Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 11:11

Яратҡан гәзитем тураһында иҫтәлек

Район гәзитенә яҙылыусылар өсөн сираттағы 13 бүләк шаршамбы көндө уйнатылды. Был көндө гәзитебеҙгә яҙылған, бүләк уйнатыуҙа шәхсән ҡатнашырға теләгән гәзит уҡыусыларыбыҙ бик күп булды.

Мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Денисова, гәзитебеҙгә тоғро булғандары өсөн йыйылыусыларға рәхмәт белдереп, бүләк уйнатыу ғәҙел булһын өсөн уларға яҙылыу квитанцияларын сиратлап тартып сығарырға тәҡдим итте. Был юлы бүләктәрҙең күбеһен район үҙәгенең 1 һанлы балалар баҡсаһы һәм район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре отто. Әммә, йыйылыусылар, әлбиттә, килеүселәрҙең береһе булһа ла бүләк менән ҡайтып китеүен теләне. Улар бер-бер артлы квитанцияларҙы тартып сығара: Райхана Рәжәпова (Түбәнге Аллағыуат), Зөһрә Көҫәпҡолова (Мостафа), Абдулла Ҡотлошин (Ибраҡай), Риф Сәғетдинов (Стәрлебаш)... шулай итеп 12-се бүләккә лә сират етте. Һәм бына, ниһайәт, уны редакцияға шәхсән килгән Фәриҙә Ҡыҙрасова (һүрәттә)отто. Башҡа иҫтәлекле бүләктәр үҙ хужаларын редакция бухгалтерияһында көтә.

Фәриҙә Ҡыҙрасова:

- Район гәзитен күптән алдырам. Уны ҡулға алыу менән, ғәҙәттә, аҙаҡы биттән уҡый башлайым. Кемдең юбилейы икәнен, кем мәрхүм булыуын, кемдең сабыйы тыуыуын, ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин булыуын белеүе ҡыҙыҡ. Уларҙың барыһы ла: иғландар ҙа, реклама ла, ҡотлауҙар ҙа беҙгә бик кәрәк, тип иҫәпләйем. Хәҙерге заманда беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк аралашабыҙ, һәм бына яңыраҡ ҡына бер танышымдың вафат булыуы тураһында гәзиттән уҡып белдем. Район яңылыҡтары, алдынғылар, хужалыҡтар күрһәткестәре тураһында уҡырға яратам.

Хужабикә булараҡ, мин гәзит биттәрендә тағы ла төрлө аш-һыу рецептары, баҡсала эшләү өсөн файҙалы кәңәштәр баҫылыуын теләйем.

Бүләккә бик шатландым. Яратҡан гәзитем тураһында иҫтәлек буласаҡ, тине ул.

Сираттағы бүләктәр уйнатыу 29 майҙа сәғәт унда үткәрелә.

Рәйсә МУСИНА.

Ф. ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: