Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 10:54

Минең яратҡан гәзитем

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Гәзит уҡыусылар яратҡан баҫмалары тураһында фекерҙәре менән шатланып уртаҡлашыуҙары һөйөндөрә. Шулар иҫәбендә - Табылды ауылынан Тәнзилә апай Хөсәйенова.

Миңә 82 йәш. Матур, уңайлы йортта йәшәйем. Тормош иптәшем Ғәбделхаҡ менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе бар, һәйбәт йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирем генә иртә гүр эйәһе булды. Балаларым йыш килеп, хәлемде белеп тора. Мин мөмкин булғанса ейән-ейәнсәрҙәремде, бүлә-бүләсәрҙәремде ҡарашам, тәрбиәләшәм.

Һаулығым булғанда, яңғыҙым йәшәргә тырышам. Күршеләрем менән аралашып йәшәйбеҙ. Магазинға аҙыҡ-түлек артынан да үҙем барам, телевизор ҡарайым. Һәм, әлбиттә, гәзит-журналдар уҡырға яратам. Беҙҙең «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитен түҙемһеҙлек менән көтөп алам һәм йыл һайын уға тәүгеләрҙән булып яҙылам. Район гәзитен уҡымайынса булмай, беҙ бит Стәрлебаш районы халҡы. Һүҙ ҙә юҡ, ауыр заманала йәшәйбеҙ, әммә гәзит йөҙөн юғалманы, киреһенсә, һәр һаны менән халыҡты ғәжәпләндерә. Ул яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Уны уҡып, шул тиклем күп мәғлүмәт беләм. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ҡабат-ҡабат уҡыйым. Алдынғы хеҙмәтсәндәр, юбилярҙар тураһында уҡырға яратам. Хатта ҡотлауҙар һәм ҡайғы уртаҡлашыуҙар ҙа беҙҙең өсөн - мәғлүмәт. Гәзиттә үҙ эшенең оҫталары эшләй. Башҡа райондарҙа булғанда, уларҙың гәзитен үҙебеҙҙеке менән сағыштырам. Минең шатлығыма, ул һәр ваҡыт беҙҙең район гәзите файҙаһына.

Район гәзите редакцияһы коллективына киләсәктә лә уңыштар теләйем. Һеҙҙең эшегеҙ еңел түгел, әлбиттә, һеҙ районда булған күп ваҡиғаларҙы яҡтыртырға тырышаһығыҙ. Һеҙҙең гәзит аша беҙ район тормошон беләбеҙ.

Мин район гәзитенә яҙылдым да инде. Ә квитанция тултырып өлгөрмәгәндәргә гәзиткә яҙылырға кәңәш итәм. Әйҙәгеҙ, яратҡан гәзитебеҙҙе уҡыйыҡ һәм таратайыҡ. Сөнки ул рухи аҙыҡ бирә.

Әйткәндәй, беҙҙә бер нисә экземпляр гәзит һәм журнал алдырыусы ауылдаштарыбыҙ ҙа бар. Былар - Фроза һәм Мөхтәр Вахитовтар, Фирҙәүес һәм Юлай Байғужиндар, Люциә һәм Наил Абдрахмановтар, Флүрә һәм Радмир Вахитовтар, Нурия һәм Тәлғәт Исмәғиловтар. Беҙҙең хат ташыусы Айҙар Байғужин, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡарамаҫтан, почтаны ваҡытында тарата.

Гәзит хеҙмәткәрҙәренә тағы бер тапҡыр яңы уңыштар, ә район халҡына - барыһы ла яратҡан «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитенән айырылмауҙарын теләйем.

Тәнзилә ХӨСӘЙЕНОВА, хеҙмәт ветераны.


Читайте нас: