Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 11:20

Милли белем биреүҙә яңы концепция кәрәк

Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса зональ конференция үтте.Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү, ошо фәндәрҙе уҡытыуҙа яңы фәнни-методик һәм инновацион алымдарҙы эҙләү маҡсатында үткәрелде. Унда Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан, шулай уҡ Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарынан делегация, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары мөдирҙәре һәм тәрбиәселәре, директорҙар, ата-әсәләр берләшмәләре, Башҡорттар ҡоролтайы, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сәләмләү һүҙе менән йыйылыусылар алдында Стәрлетамаҡ ҡала округының мәғариф бүлеге начальнигы З.Й.Ишбаев сығыш яһап, барыһына ла һөҙөмтәле эш теләне. Форум эшендә БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Р. Р. Сәфиуллина, БДУ Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрөк телдәре факультеты деканы, доцент, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илешева, ошо факультет профессоры Рәмзәнә Әбүталипова һәм факультет доценты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова ҡатнашты. Икенсе ҡатта биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолдо, унда ҡаланың өҫтәмә белем биреү ойошмалары педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәренең тематик ижади эштәре күрһәтелде.

Алты дискуссия майҙансығы эшләне, унда уҡытыусылар мастер-кластар күрһәтте, инновацион эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сараның икенсе өлөшөндә бөтәһе лә пленар ултырышҡа йыйылды. Туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырырға, уҡытыу процесын һөҙөмтәлерәк һәм мауыҡтырғыс эшләргә, электрон китаптарҙы, интерактив һәм Интернет-технологияларҙы әүҙемерәк ҡулланырға кәрәк, тип билдәләне сығышында Розалия Рәсих ҡыҙы. Ошонда уҡ модераторҙар башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләрен һәм дискуссия майҙансыҡтары эше барышында булған тәҡдимдәрҙе тикшереү һөҙөмтәләрен әйтте.

Йыйылыусылар сараның юғары кимәлдә үтеүен, шулай уҡ тикшерелгән мәсьәләләр теоретик ҡына түгел, практик характер йөрөтөүен дә билдәләне. Докладтар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм улар әүҙем тикшерелде. Майҙансыҡта ҡатнашыусылар республикала туған телдәрҙе уҡытыуға ҡағылышлы көнүҙәк темалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләне. Был процесты яҡшыртыу өсөн тиҫтәләрсә тәҡдимдәр яңғыраны.

Конференцияла хөкүмәт тарафынан тикшереү өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителде. Белем биреү учреждениеларында башҡорт теле һәм әҙәбитен уҡытыу концепцияһын булдырыуҙа тәжрибәле уҡытыусыларҙы йәлеп итеү - шуларҙың береһе булды. Ошондай концепция милли белем биреүҙе үҫтереү концепцияһы булараҡ киң күләмлерәк эшләнә лә инде, тип билдәләне Республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре. Шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаларын ҡайтанан ҡарағанда диалекттарҙы ла иғтибарға алырға тигән тәҡдим булды.

Альбина Аблаева, Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Конференциянан тәьҫораттар тик ыңғай ғына. Заманса инновацион технологияларҙы ҡулланып үткәргән мастер-кластар беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин үҙем «Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге» майҙансығы эшендә ҡатнаштым һәм диалекттарҙы һаҡлап ҡалыу тураһында тема менән сығыш яһаным. Һәм тағы ла, конференция педагогтарға айырым проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итеү һәм көнүҙәк һорауҙарын биреү мөмкинлеген бирҙе.

Гөлфара Бәхтейәрова, Первомайский урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

- Береһенә лә сер түгел, бөгөн мәктәптәрҙә туған телде дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр, әммә һиҙелерлек һөҙөмтә юҡ. Бөтә балалар ҙа тиерлек рус теленда аралаша. Был мәсьәлә бик борсой, әлбиттә. Әммә, Күмертау ҡалаһындағы кеүек был эшкә барыбыҙ ҙа бергә тотонһаҡ, һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. «Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле» тип аталған 5 һанлы майҙансыҡта ошо ҡаланың ата-әсәләр комитеты етәксеһе Ә.Р.Дәүләтшина туған телде өйрәнергә теләүселәр өсөн ниндәй саралар үткәрелеүе тураһында ентекләп һөйләне. Бында ғаилә лә, һис шикһеҙ, төп роль уйнай.
Читайте нас: