Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 11:17

Китапханасы - күңел һалған эш

Йыл һайын 27 майҙа илебеҙҙә Китапханалар көнө билдәләнә. Был матур көн Рәсәйҙең бөтә китапханасылары өсөн һөнәри байрам булып тора. Быуаттан быуатҡа китапханасы йәмғиәт тормошонда мөһим урын биләгән һәм биләйәсәк, сөнки ул рухи мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Уның эше табип һәм уҡытыусының эше кеүек күренеп бармайҙыр, бәлки. Әммә уның йәмғиәткә булған йоғонтоһо - баһалап бөткөһөҙ.

Беҙҙең район биләмә-ара китапханаһы Башҡортостанда иң боронғо китапханаларҙың береһе. Земство китапханалары булдырыла башлағас, 1913 йылда ул үҙенең ишектәрен аса. Әлеге ваҡытта уның составына 18 китапхана: район биләмә-ара, балалар модель һәм 16 ауыл филиалдары инә. Китапхана тармағында 25 белгес эшләй (һүрәттә). Йылы мөхит, ихлас хеҙмәткәрҙәр, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы занятиелар. Китапханала һәр ваҡыт төрлө саралар үткәрелә, унда ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин.

Бөгөнгө китапханалар - китап һаҡлағыстар ғына түгел, был ысын мәҙәниәт үҙәктәре. Китапханасылар хеҙмәте тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Әммә, ысынында, хеҙмәткәрҙәрҙең тәрән белемле, киң эрудициялы булыуы, тәрбиәлелек, уҡымышлылыҡ, башҡарыу оҫталығы, һөйкөмлөлөк, яғымлылыҡ, тапҡырлыҡ, ниндәй ҙә кеше менән уртаҡ тел таба белеүе талап ителә. Ә китапханаларҙың эшмәкәрлеге йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеүгә, гәзит-журналдарға, китаптарға ауыл халҡының ҡыҙыҡһыныуын уятыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең республика ағымдағы йылда әһәмиәтле ваҡиға: Башҡортостан Республикаһының һәм республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләй. Ошо даталарға бәйле төрлө район саралары: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»; «Башҡорт әҙәбиәтенең көмөш биттәре» театрлаштырылған тамашалар; «Бер быуатҡа яҡын юл» район шиғыр уҡыусылар конкурсы үткәрелде.

Май айы аҙағында «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» район шиғыр уҡыусылар конкурсы планлаштырылған.

Беҙҙең китапханасылар Рәсәй, республика конкурстарында ҡатнашып, унда призлы урындар яулай. Ағымдағы йылда Наталья Мусина (Айҙарәле ауыл китапханаһы), Илзидә Насирова, Гөлшат Шәрипова (Балалар модель китапханаһы), Гөлнара Фәхретдинова (Ҡарағош ауыл модель китапханаһы), Ләйлә Денисова (Иҫке Ҡалҡаш ауыл модель китапханаһы) ҡатнашты.

2018 йылда Ямғырсы ауыл китапханаһының иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын аҡсалата бүләкләү буйынса республика конкурсында ҡатнашыуы уңышлы булды. Китапханаға 100 мең һум аҡса бүленде. Был суммаға мебель һәм компьютер техникаһы һатып алынды.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ауыл биләмәһенең йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар араһында Зөлфиә Фәйзуллина, Гөлсинә Хәйбуллина, Светлана Тимербаева, Әлфира Фәтҡуллина, Альбина Ҡаһармановаларҙы айырыуса билдәләп үтке килә.

Китапхана эшенә ғүмереңдең күп өлөшөн бағышлау... Был кешеләр һәм китаптар һинең тормошоңдоң бер өлөшөнә әүерелә тигәнде аңлата. Беҙ байтаҡ йылдар элек китапханаға килеп, һөнәрен ихлас яратҡан һәм быйыл юбилейын билдәләүселәр тураһында әйтәбеҙ. Был Резида Ғүмәрова, Хәлимә Синәғолова, Ринат Хәлитов, Флүрә Насирова, Рәфисә Бәхтейәрова, Нурия Бакировалар.

Юбилярҙарҙы һәм бөтә китапханасыларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхет, яңы ижади уңыштар, үҙенсәлекле идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйбеҙ.


Читайте нас: