Апрель айында, БР мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы зачетына көрәш буйынса финал ярыштарҙы үҙебеҙҙә ҡабул итеп, стәрлебаштар чемпион булды. Спартакиадала 25тән ашыу райондан йәш көрәшсе ҡатнашыуын иҫәпкә алһаҡ, был еңеү беҙҙең спортсылар өсөн ҙур һәм мөһим булды. Улар лайыҡлы һәм бөтә көстәрен һалып көрәште. Афарин!
Ә ошо көндәрҙә өлкән батырҙар командаһы Әлшәй районының Раевка ауылында үткән көрәш буйынса ауыл спорт уйындарында ҡатнашты. Был юлы улар уҙған йылдағы уңыштарын ҡабатлай алманы (былтыр улар уйын еңеүселәре булғайны). Ағымдағы йылда уйын саҡмағоштарҙың еңеүе менән тамамланды. Альфред Ҡолһарин (ул Бөрйән районынан иң көслө көндәшен еңеп, үҙ ауырлыҡ категорияһында чемпион булды), Азамат Собханғолов, Илшат Ҡолғилдин, Денис Ғиззетдинов, Илдар Моратов составында беҙҙең команда ярыш йомғаҡтары буйынса призлы икенсе урын яуланы.
Май айында, Еңеү көнө алдынан, Асҡар ауылы (Әбйәлил районы) республиканың иң көслө спортсылары осрашыуы өсөн сираттағы майҙансыҡ булды. Унда Көньяҡ Урал көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, СССР һәм РСФСР атҡаҙанған тренеры, көрәш буйынса РСФСРҙың беренсе чемпионы Харис Йосопов иҫтәлегенә көрәш буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселеге булды. Беҙҙең районды 18 көрәшсе күрһәтте. Шуларҙың 16һы шәхси зачетта призлы урындар яуланы, ә команда почетлы беренсе урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, был уның БР Мәғариф министрлығы ойошторған көрәш буйынса ярыштарҙа икенсе тапҡыр рәттән еңеүе.
Шулай уҡ стәрлебаштар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән билбауҙарҙа көрәш буйынса БР чемпионатында ҡатнашты. Альфред Ҡолһарин һәм Айнур Кинйәбаев, икенсе һәм өсөнсө призер булып, июнь аҙағында үтәсәк Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуға хоҡуҡ яуланы.
«Көрәшергә һәм еңергә» - бына Стәрлебаш батырҙарының төп девизы. Һәм улар һәйбәт әҙерлек, батырҙар көс-ҡеүәте күрһәтеүен дауам итә. Ныҡышмалы, көндәлек күнекмәләр генә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә. Бына ҡайҙа холоҡ сыныға! Был йәһәттән тренерҙарҙың, атап әйткәндә, һәр көрәшсене еңеү үрҙәренә ышаныслы алып барған, өйрәткән, кәңәш биргән, улар өсөн борсолған, шул уҡ ваҡытта бихисап егеттәр араһында абруй һәм ихтирам яулаған, уларға һәр яҡлап үрнәк булған Илдар Моратовтың хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. «Бындай тренер менән еңмәйенсә мөмкин түгел!» - тине миңә ҡасандыр улы һуңғы бер нисә йыл дауамында Илдар Илдус улында шөғөлләнеп, йәш булыуына ҡарамаҫтан, район кимәлендә призлы урындар яулаған танышым. Юғарыраҡ кимәлдә лә еңеүҙәр булыр әле! Уның һәм башҡа ошондай уҡ малайҙарҙың спортта, шулай уҡ тормоштарында бер һәм ике генә түгел, ә бихисап сағыу еңеүҙәре булһын!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Фотолар И.Моратов тарафынан бирелде.