Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 11:24

Көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде!!!

Ошо көндәрҙә беҙҙең районда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көршә буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышы үтте, уны комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Ултырышта ведомство-ара комиссия ағзалары, балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ағзалары, полиция хеҙмәткәрҙәре, үҙәк район дауаханаһы баш табибы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һ.б. ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова тотош республикала енәйәтселек кимәле һәм район территорияһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы анализлау доклады менән сығыш яһаны. Ул социаль хәүефле хәлдә булған ғаиләләр, балиғ булмағандар менән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса ведомство-ара эшен әүҙемләштерергә кәрәк, тип билдәләне.

Шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге торошона анализ яһалды, ирекле халыҡ дружиналары эшен ойоштороу мәсьәләләре, миграция законын боҙоу факттарын асыҡлау һәм бөтөрөү саралары тикшерелде, даими спиртлы эсемлектәр ҡулланған кешеләр менән эште ойоштороу буйынса мәғлүмәт тыңланды.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде: хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берҙәм эшмәкәрлек өсөн халыҡ дружиналары һәм йәмәғәт берләшмәләренең хоҡуҡ һаҡлауға йүнәлтелгән эшен әүҙемләштерергә; халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу буйынса эште камиллаштырырға; тәү сиратта, балалары булған ата-әсәләр, үҫмерҙәр һәм йәштәр тарафынан спиртлы эсемлектәр, тәмәке, наркотиктар ҡулланыу кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар индереүҙе тәьмин итергә. Шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлеге тарафынан контроллек итеүсе һәм күҙәтеү органдары менән берлектә ошо өлкәлә ғәмәлдәге закондарҙы боҙоуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап сауҙа итеү урындарын тикшерергә, үҙәк район дауаханаһына һәм йәштәр комитетына - халыҡ, шул иҫәптән балиғ булмағандарҙың спиртлы продукция ҡулланыуын кәметеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашырырға, балалар һәм үҫмерҙәргә сәләмәт йәшәү рәүешен һәм дәрестән тыш мәшғүллекте пропагандаларға тәҡдим ителде.
Читайте нас: