Тирә-яҡ мөхит өсөн янып торған шарҙар айырыуса хәүефле, дөрөҫөрәге, уларҙа булған батарейкалар. Осоп киткән шар хәүефле булған II класлы ағыулы ҡалдыҡҡа әүерелә, сөнки ундағы батарейкалар составында: магний, терегөмөш, аҡ ҡурғаш, ҡурғаш, никель, цинк, кадмий бар, тәбиғәт шарттарында тарҡалған ваҡытта улар тупраҡҡа һәм һыуға эләгә, һөҙөмтәлә, тирә-яҡ мөхиткә һәм кеше һаулығына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерелә.
Һауа фонарҙары ла етди зыян килтерә. Ҡоштар уларҙың тимерсыбыҡ каркасына ауға эләккән кеүек эләгә һәм был улар өсөн үлемесле тамамланыуы ихтимал. Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығы хәбәре буйынса, беҙҙең ил территорияһында һауа фонарҙарын осороу арҡаһында күп янғындар сыҡҡан. Шуға күрә Рәсәйҙә һауаға янып торған һауа фонарҙарын осороуҙы тыйыу ҡабул ителгән.
Рәсәй Федерацияһының башҡарма власть органдары етәкселеге (Рәсәй Тәбиғәт министрлығы, Росприроднадзор, Росаэрнавигация), шул иҫәптән БР Экология министрлығы, киң күләмле саралар ваҡытында һауа һәм гелий шарҙарын, һауа фонарҙарын осороуҙы сикләү буйынса профессиональ экологтар фекерен хуплай һәм уларҙы һауаға осороу традицияһы Рәсәйҙә генә түгел, хатта бөтә донъяла экологик хәл-шартты насарайтыуы менән килешә.
район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе.