Башҡортостанда Рәсәйҙең иң күп тапшырғыстары урынлаштырылған, улар ярҙамында әле үк һанлы 20 телеканалды бушлай ҡарарға була. Шулай ҙа республика территорияһының 5 проценты самаһы һанлы сигнал зонаһына эләкмәй ҡалған. Ундай урындарҙа спутник ҡорамалдарын ҡуйырға тәҡдим ителә.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, федераль социаль өҫтәмә түләүҙәр алыусы пенсионерҙарға һәм балалары өсөн пособие алған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә республика власы ярҙам итә. Әйткәндәй, Башҡортостан - Рәсәйҙә дәүләт иҫәбенән граждандар категорияһына спутник ҡорамалдары урынлаштырған берҙән-бер төбәк.
«Башҡортостан халҡының күпселеге, көҙҙө көтөп тормай, һанлы телевидениеға күсте лә инде. Йәйгеһен баҡсаларҙа ла хәҙер юғары сифатлы 20 каналды ҡарап була. Сигналды тотоп булмаған осраҡта, спутник телевидениеһы операторҙарының махсус тәҡдимдәре эшләй», -тип белдерҙе ошо йәһәттән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов.
Һанлы телевидение сигналын алып булмаған урындарға ҡағылышлы мәғлүмәтте «ҡыҙыу линия»ға (8-800-220-20-02) шылтыратып йәки смотрицифру.рф. сайтында алырға мөмкин.