Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 11:00

Алда - һыу инеү миҙгеле. Һаҡ булығыҙ!

Быйыл һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана. Ошо осор етеү менән күптәр быуа-күлдәргә ашыға. Әммә йыш ҡына ябай һыу инеү фажиғә менән тамамлана. 2018 йылда республикала 86 кеше батып үлгән. Бәхетһеҙлек осраҡтарының төп сәбәптәре - халыҡта хәүефһеҙлек мәҙәниәтенең булмауы һәм ябай ҡағиҙәләрҙе белмәү:

Таныш булмаған урында йөҙмәгеҙ; һыуға ҡапыл төшөргә ярамай; яҡшы йөҙә белмәйһегеҙ икән, алыҫ араға йөҙөүҙән тыйылығыҙ, хатта йөҙә белгән хәлдә лә алыҫ араға йөҙөү кәңәш ителмәй; эскән килеш һыу инергә ярамай, алкоголь баш мейеһе эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай, һыуҙа 20 - 30 минуттан ашыу булмағыҙ, өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин, һыу һыуыҡ булғанда 5 - 6 минут та етә; тәнде көҙән йыйырғанда берәй осло әйбер (булавка, энә, осло таш) менән сәнс­келәп алыу ярҙам итә, шулай уҡ аяҡты ҡул менән ыуалау, массажлау ҙа һөҙөмтәле; һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡыуышып, батырып уйнамағыҙ, уйындан уймаҡ сығыуы мөмкин; яр буйында кескәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, яңылыш һыуға ҡолап, һыу йотоуҙары ихтимал; тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ, ел йә йылға ағымы менән ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар; “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла; ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.

Денис МАЛЫШЕВ,

«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса үҙәге» федераль ҡаҙна учреждениеһының дәүләт инспекторы.


Читайте нас: