Ғалимдар күҙаллауынса, химия терапияһына мохтаж пациенттар һаны йылына 9,8-ҙән 15 миллионға тиклем артасаҡ. Австралияның Яңы Көньяҡ Уэльс университеты ғалимдары ошондай күҙаллауҙар бирә. Тикшеренеү барышында улар 183 илдә яман шештең 29 төрөн өйрәнгән.
Онкологияның иң таралған төрҙәре: беренсе урында – үпкә (16,4 процент), икенсе урында – түш биҙҙәре (12,7 процент) һәм өсөнсө урында колоректаль рак (11,1 процент). Башҡортостан гәзитенән.