Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2019, 10:39

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Владимир Путин мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, парламентарийҙар һәм чиновниктарға, шулай уҡ спорт һәм профсоюз эшмәкәрҙәренә, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырырға тигән Бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо исемлектә Иҫке Ҡалҡаш ауылынан яҡташыбыҙ, яҙыусы Флүр Ғәлимовты ла күреүе һөйөнөслө булды, уға «РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 2018 йылда Мәскәүҙәге «Художественная литература» нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы донъя күрә. Өс романдан торған китап авторҙың үҙенең тәржемәһендә баҫылып сыға. «Башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Мәскәүҙә 30 йылға яҡын баҫылғаны юҡ. Ошо тенденцияны еңергә, Рәсәй кимәленә сығырға кәрәклеге хаҡында күптән һөйләйем. Тәүге романымдың ҡулъяҙмаһын нәшриәт мөхәррире Алексей Гришановҡа ебәрҙем, ул китапты юғары баһаланы һәм баҫтырырға тигән ҡарар ҡабул итте. Икенсе һәм өсөнсө романдарҙы рус телендә сығарыуға ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләргә тура килде», - ти Флүр Ғәлимов үҙе «Башинформ» агентлығына. «Тән ғазабы» тигән беренсе роман «Юность» журналында баҫыла. Икенсе романды — «Йән ғазабы»н «Роман-газета»ла уҡырға мөмкин.

Флүр Ғәлимов - Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Ижадында яңылыҡҡа ынтыла. Популярлыҡ яулаған «Яңы башҡорт» романында башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килә.

«Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет һәм тәьҫирлелек саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Флүр Ғәлимов китабының төп геройы - талантлы рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин. Китап геройҙың йәшәү мәғәнәһен һәм мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләүенә бағышланған. 2016 йылда «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы «Йәшлек» республика гәзитендә «Йыл әҫәре» тип таныла. Трилогия «Ағиҙел», «Бельские просторы» республика журналдарында, шулай уҡ «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыға, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын уята һәм республика матбуғатында, радио-телевидениела резонанс тыуҙыра.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: