Стәрлебаш башланғыс мәктәбендә ошо йүнәлеш буйынса ҙур эш алып барыла, ул дәрес һәм дәрестән тыш ваҡытта үткәрелә. Уҡытыусылар һәр ваҡыт тикшеренеү эшмәкәрлеге оҫталығын булдырыу маҡсатында темаларҙы аңлатҡанда тикшеренеү ысулын ҡуллана, уҡыусыларға ижади эшмәкәрлектең мәғәнәһен аңларға, һәләттәрен тормошҡа ашырыу, үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм камиллаштырыу мөмкинлеген күрергә ярҙам итә. Уҡыусылар тикшеренеү эштәре менән мәктәп һәм район кесе фәндәр академияһында ғына түгел, республика, Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 2018-2019 йылғы уҡыу йылында төрлө кесе фәндәр академияһында 138 уҡыусы ҡатнашты, шулар араһында иң әүҙемдәре: Р.Кәримова, И.Хөсәйенов, И.Исламоратов, Б.Мөхәмәтйәнов, У.Зөлкәрнәйева, А.Киселева, Ю.Ғәләүетдинова, В.Шәрипова, Т.Тайғонов, И.Йосопов, А.Кәримов, Р.Ғәниев, Д.Тайғонова, Э.Тайғонова, М.Ҡорамшина, К.Ғимазова, К.Тимербулатова, Э.Ғәфиәтуллина, З.Ғәлиева, С.Туҡтарова, Д.Шәрипов, Н.Аҡсурин, С.Ғарифуллин, Э.Туҡтарова, А.Дроботухин, А.Хәйбуллин, А.Әһлиуллин, А.Латипов, Д.Кәримов, А.Хәкимов, Л.Иҫәнбәтова, А.Йәрмөхәмәтов, Л.Исайкина, Э.Мөрәсева. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар муниципаль кимәлдә кесе фәндәр академияһында ҡатнашты (алты еңеүсе, 16 призер); Салауат ҡалаһында «Фәнгә бер аҙым» республика фәнни конференцияһында (дүрт еңеүсе, өс призер, номинацияларҙа 15 еңеүсе); «Аристотелика» Бөтә Рәсәй конференцияһында (һигеҙ еңеүсе, бер призер); ХХ «Ломоносов уҡыуҙары» Рәсәй конференцияһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1-се гимназия (бер еңеүсе, 11 призер); башланғыс класс уҡыусыларының VIII республика фәнни конференцияһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, «БГУ» Стәрлетамаҡ филиалы (бер еңеүсе, 15 призер); «Киләсәккә аҙым» республика фәнни конференцияһында, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 6-сы гимназия (өс еңеүсе, 12 призер). Балаларға дөрөҫ йүнәлеш биргән, тәрән фекер йөрөтөргә, ауырлыҡтарҙы еңергә, лайыҡлы көндәштәрен еңеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә өйрәткән проекттар һәм тикшеренеү эштәре етәкселәренә ҙур рәхмәт.
Уҡытыусыһы һәм ата-әсәләре менән бергә эҙләнеү эше башҡарған уҡыусы күпме шатлыҡ кисерә. Уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүен күҙәтеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү, ә ҡайһы саҡ уға ҡамасауламай, ситкә китеп тороу, балаларға асыштарынан һөйөнөс кисереүҙән ҡәнәғәтлек алырға ярҙам итеүҙән дә ҡыҙыҡлыраҡ нимә бар? Беҙҙең эш һөҙөмтәләре күренә. Уҡыу процесына тикшеренеү эшмәкәрлеген индереү ыңғай тендецияларға эйә: беҙҙең мәктәптең күпселек уҡыусылары мәктәп һәм район китапханаларының әүҙем уҡыусыларына әүерелде, улар хәҙер үк үҙ аллы мәғлүмәт таба һәм улар алдында ҡуйылған һорауҙы яҡтырта белә. Дөйөм белем биреү процесы кимәле һәм сифаты арта, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙә үҙ-үҙҙәрен үҫтереү мохтажлығы барлыҡҡа килә, ә был бөгөнгө тормоштоң ысынбарлығына яраҡлашыу өсөн бик кәрәк.