Эпидемиологтар хәүефле сирҙе эләктереү мөмкинлеге ҙур булған төбәктәрҙе билдәләне. Энцефалит вирусы быйыл илдең Төньяҡ-Көнбайыш, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш райондарында йыш теркәлә. Талпан тешләгән осраҡта табипҡа күренеү мотлаҡ тип иҫәпләй белгестәр.
Бөжәкте көс менән тәндән тартып алырға, һытырға, май йәки спирт менән тонсоҡторорға тырышырға ярамай.Башҡортостан гәзитенән.