Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2019, 10:49

Шәмбе өмәһендә берҙәм эшләнек

Республика буйынса үткән төҙөкләндереү айлығына тормайҙар ҙа әүҙем ҡушылды.

Ауылыбыҙ эргәһендәге яҡын-тирә территорияны элекке «Искра» колхозының һарыҡ фермаһы ҡаралты-ҡураһы ҡалдыҡтары боҙоп торҙо. Унда ҡуйы һәм бейек итеп үҫкән ҡый үләненән башҡа бер нимә лә үҫмәне. Бында ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләр сүп-сарын да түккән.

Урман хужалығы, Айҙар Сәхипгәрәев ярҙамы, мәҡәлә авторы инициативаһы менән беҙ был территорияны матурланыҡ - өс гектар майҙанда уҙған йыл ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Бына ошо үҫентеләрҙе ҡороған һәм яңы баш ҡалҡытып килгән сүп үләндәренән таҙартырға кәрәк ине. Ниәт иткән мораҙына еткән тигәндәй, ниәт эштең яртыһы. Ауылдың ир-егеттәре берҙәм күтәрелеп, олоһо-кесеһе ошо изге өмәгә сыҡты. Ҡулдарына тырма, һәнәк тотоп, эшкә берҙәм керештек. Әйткәндәй, бергә эшләүе лә күңелле бит. Ул көндө тау бите гөрләп торҙо. Элек-электән ауыл халҡы ҙур булһынмы, бәләкәй булһынмы, йәмәғәт эштәрен бергәләп өмә менән эшләгән. Халыҡтың борондан килгән йолаһы бына шулай яңыртыла. Шулай уҡ, был үҫеп килеүсе быуынға һәйбәт тәрбиә биреү үрнәге лә. Эш аҙағында ауылды төҙөкләндереп, матурлар өсөн төрлө сара, эштәр тураһында һөйләшеүҙәр менән киләсәккә тағы ла яңы ниәт - пландар ҡоролдо. Киләһе йылдарҙа урман хужалығы ярҙамы менән ауыл ҡаршыһындағы тауға ағастар ултыртырға планлаштырҙыҡ. Ә һуңынан өмәселәр менән иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Өмәлә ҡатнашыусыларға һәм ағас ултыртыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн урман хужалығына ауылдаштар исеменән тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Балаларға, унан да бигерәк ейән-ейәнсәрҙәргә, бына был ағастарҙы беҙ үҫтерҙек тип күкрәк киреп әйтерлек булһын. Эшләгән изгелектәре барыһының да үҙенә игелек булып ҡайтһын.

Хисаметдин ИСМӘҒИЛЕВ.

Тормай ауылы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: