Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2019, 11:07

Ҡоштарҙы ҡышын ашат, ә улар һиңә яҙ ярҙам итер

Ҡоштар кешеләрҙең иң ышаныслы ярҙамсылары. Улар – баҡсаларҙың иң матур биҙәге. Яҙҙы һабан турғайының йырынан, йә юл буйындағы турғайҙарҙың сырылдауынан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай. Улар оҙайлы һәм ҡырыҫ ҡышты сығыуҙарына шатлана кеүек, бында беҙҙең балаларыбыҙ - Тормай ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең һәм уларҙың ата-әсәләренең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Һалҡын көндәр башланыу менән тәрбиәләнеүселәребеҙ ата-әсәләре менән тағараҡтар эшләне («Иң яҡшы тағараҡ» конкурсы иғлан ителде). Уйын майҙансығында беҙҙә груша, алмағастар, сейә һәм ҡарағат үҫә. Тағараҡтарҙы төрлө урындарға ҡуйҙыҡ. Ҡыш буйына ҡоштарға ашарға һалып, уларҙы күҙәттек.

Ҡоштарға ҡышты сығыуы бик ауыр. Уларға һыуыҡ түгел, ә ас булыу ҡырҡыныс. Ҡар-бурандар аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра. Ҡоштар ҡыҫҡа көндә тамаҡтарын туйҙырып өлгөрмәй. Һыуыҡ төндә ас, көсһөҙләнгән ҡоштар тиҙ туңып үлә йәки башҡа йыртҡыстарҙың аҙығына әүерелә. Был ваҡытта уларға ҡайҙан аҙыҡ табырға? Ҡайһы бер ҡоштар ағас ҡайырында ҡуңыҙ һәм үрмәкселәрҙе эҙләй, икенселәре баҫыуҙа ҡар аҫтынан ерҙе соҡоп булыша, өсөнсөләре ҡыуаҡлыҡтарҙа һәм ағастарҙа аҙыҡ эҙләй. Сөнки уларҙың күбеһендә емеш-еләктәр һәм орлоҡтар ҡала.

Кешеләр ҙә ҡоштарҙы ҡарарға тырыша. Шуға күрә күпселек ҡышлаусы ҡоштар кеше йәшәгән ергә яҡыныраҡ һыйынырға тырыша. Йөндәрен ҡабартып өй кәрниздәрендә турғайҙар теҙелеп ултыра, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, һары турғайҙар ҙа өйҙәргә яҡыныраҡ килергә тырыша. Сөнки башҡаса уларҙың сараһы юҡ.

Кешеләр күптән инде ҡоштарға нисек ҡышын ярҙам итергә кәрәклеген уйлап тапҡан. «Ҡоштарҙы ҡышын ашат, ә улар һиңә яҙ ярҙам итер», - тигән рус мәҡәле бар. Ҡоштар рәхмәтле була белә. Әгәр һыуыҡтарҙа баҡсаңа тағараҡ ҡуйып, ҡоштарҙы ашатһаң, йәйен улар һеҙгә изгелек күрһәтәсәк. Туҡ ҡошҡа һыуыҡ көндәр ҡырҡыныс түгел. Яҡшы аҙыҡ эстән йылыта. Тағараҡта тамаҡ ялғап алған ҡош ағастарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙенә тәбиғи аҙыҡ эҙләй башлаясаҡ.

Беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы ҡоштар - ҡарға, тумыртҡа, ҡарабаш турғай, турғай, күгәрсен һәм башҡалар. Ҡышын уларҙы ашатып, беҙ уларға ауыр ваҡытта ярҙам итәбеҙ. Шулай итеп, беҙҙең «Ҡоштар ашханаһы» үҙенең файҙаһын килтерҙе - баҡсабыҙға ҡоштарҙы йәлеп итте, ә улар беҙҙең ысын дуҫтарыбыҙ, ауыл һәм урман хужалығында ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә арыу-талыуҙы белмәгән ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ.

Яҙ етеү менән беҙ тағараҡтарҙы алып ҡуябыҙ, сөнки ҡоштар хәҙер үҙҙәре ашарға таба. Ә һалҡындар етеү менән беҙ йәнә тағараҡтарҙы элеп ҡуясаҡбыҙ.

Лилиә ҠАРАНАЕВА, Тормай балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: