Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Май 2019, 10:50

Башҡорт телендә һөйләшәм һәм яҙам

18 майҙа «Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант» Бөтә донъя белем биреү акцияһы ошондай девиз аҫтында үтте. Унда Башҡортостанда ғына түгел, Төркиә, Канада, АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡаҙағстанда йәшәгән 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был проекттың маҡсаты - халыҡтың белем кимәлен тикшереү түгел, ә телде популярлаштырыу, уны һаҡлау һәм үҫтереү. Стәрлебаш районы халҡы ла был акцияға әүҙем ҡушылды.

Район мәғариф бүлегенең телдәр буйынса белгесе Зарема Моталап ҡыҙы әйтеүенсә, беҙҙең районда 14 майҙансыҡта 300ҙән ашыу кеше диктант яҙҙы. Иҫке Ҡалҡаш һәм Ҡабыҡҡыуыш майҙансыҡтары ҙур аудитория - 30ҙан ашыу кеше йыйҙы. Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе директоры урынбаҫары Әлфинур Сөйәрғолова һүҙҙәре буйынса, был акцияны уҡытыусылар, 7-9 класс уҡыусылары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы, ағинәйҙәр йәмғиәте вәкилдәре, күрше Күндерәк һәм Табылды ауылдары халҡы хупланы (һүрәттә).

Первомайский урта мәктәбендә 29 кеше диктант яҙҙы, шуларҙың 14е - уҡыусы, 15е - башланғыс класс, физика, информатика, инглиз һәм рус телдәре уҡытыусылары. Уларҙың барыһы ла юғары һөҙөмтә күрһәтеүе һөйөнөслө: 100% өлгәшеүҙә 100% сифат.

Диктанттан һуң улар алдында уҡыу-уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары Гөлфиә Әһлиуллина, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Бәхтейәрова сығыш яһаны. Педагогтар башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау әһәмиәтен, туған телде белеү мөһимлеген билдәләне.

Диктант яҙыусыларҙың барыһы ла ҡатнашыусы сертификаты алды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты төрлө илдәрҙә ватандаштарыбыҙ, шулай уҡ Приморье, Краснодар, Сургут, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарының урындағы бүлексәләре ағзалары яҙҙы.

Земфира МӘҮЛЕТБИРҘИНА, Стәрлебаш Балалар ижад йортоноң «Йәш хәбәрсе» берләшмәһе етәксеһе. Илдар ҺӨЙӘРЕМБӘТОВ фотоһы.
Читайте нас: