...Тик көтмәгәндә урынын Александр Матросов паркына күсерергә йыйыныуҙары хаҡындағы яңылыҡ ишетелде. Улай ғына ла түгел, паркта ағас араһында бер урын да ҡарап ҡуйыуҙарын әйттеләр. Тиҙ арала йыйылған оператив кәңәшмәлә республика шәхестәре, етәкселәр үҙ фекерен белдерҙе.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың фекере бик урынлы булды: “Шәйехзада Бабич кеүек шәхескә һәйкәл асыу мәсьәләһен бер кеше генә хәл итә алмай. Йәнә лә ул бит был паркта юғалып ҡаласаҡ”. Александр Матросов һәйкәле алдына ҡуйылһа, ике шәхес бер-береһен ҡаплай, эстетик яҡтан был дөрөҫ булмаҫ ине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин да ҡарашын өҙөп әйтте: “Кеше һирәк йөрөгән урынға һәйкәлде ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ. Мең ғазап кисергән шағирҙы кәмһетергә ярамай”.
Шулай! Күпме тантаналар залы, мәғрур биналар бар, уларҙа халыҡ йыйыла, тап шундай урында ҡаршы алып торорға тейеш бит Бабич!
Шәйехзада Бабич — ул Шағир! Һүҙ сәнғәте вәкиле. Ул — башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән шәхес. Уның бейеклегенә етә алғандар бик һирәк. Ул — халҡыбыҙҙың рухи юлбашсыһы! 24 йәшендә шәһит китеп, Башҡортостан автономияһы өсөн үҙен ҡорбан иткән зат! Уның “Ғазазил” әҫәрен уҡып ҡарағыҙ әле. Был бит Фауст философияһы. Михаил Булгаков аҙаҡ шундай уҡ тәрәнлек менән “Мастер менән Маргарита”ны яҙасаҡ. Бабичтың һәр әҫәренән Аллаһ Тәғәләнең әйтергә теләгәндәре яңғырай.
“Башҡортостан — гөлбостан” шиғырын уҡып, уның еренә, халҡына, теленә мөхәббәтенән күҙҙәргә йәш эркелә. Кем Башҡортостанын яратыуын шундай итеп һүҙҙәр аша әйтеп бирә алған?! Автономияны үҙ иңдәрендә йөкмәп бар иткән ир-егеттең тәрән мөхәббәте, һыҙланыуҙары был юлдарҙа!
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова шунда уҡ “Башҡортостан” концерт залы алдын яңынан барып ҡарарға тәҡдим итте. Подрядсылар ҙа бында, рәссамдар ҙа. Урын матур, һүҙ юҡ. Ниңә икенсе ергә күсерергә? Һис икеләнмәгән шәхестең һәйкәленә ҡағылышлы икеләнеүҙәр нимәгә алып килер? Һуңғы үҙгәртеүҙәр әлегә ошо, әммә яҡшыраҡты эҙләп ҡарарға, тип таралышты йыйылғандар.
Һәм, ниһайәт, Зәки Вәлиди урамында, “Зәки — башҡорт терәге” тип яҙған Шәйехзада шағирға һәйкәл ҡуйыласағы хәл ителде. Салауат Юлаев эргәһендә. Бабич үҙе яҙған “Салауат ҡандай арыҫлан” янында.
“Торатау”ға абруйлы ҡунаҡтар киләсәк, бында юғары даирәләр фекер алышасаҡ. Был — тап Бабич кимәле. Урамға килеп инеү менән Шәйехзада Бабичтың азатлыҡ рухы ҡаршылап торасаҡ. Был урын — күптән халыҡ яратҡан, ҡиблаға тиңләшерҙәй ер.
Кемдең башына килгәндер һәйкәл урынын алмаштырыу уйы, әммә бында, һис шикһеҙ, барыһы ла Башҡортостан, башҡорт, Шағир файҙаһына эшләнде. Күктәрҙең ҡыҫылышы булды бында. Бабич юғарылығын унда ғына хәл итеүҙәре ихтимал. Шәп! Барып баш эйергә, сәскәләр һалырға, шиғыр уҡырға яҙһын!
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА. "Башҡортостан" гәзитенән.