Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2019, 11:32

Коллекторҙар ойошмаһына штраф һалынды

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшереүе һөҙөмтәһендә коллекторҙар агентлығы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Коллекторҙар агентлығы вәкилдәренең законһыҙ эшмәкәрлегенә бәйле граждандарҙың ялыуҙарына ваҡытында иғтибар итеү - Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора. Мәҫәлән, ағымдағы йыл башынан күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан түләнмәгән бурысты ҡайтарыу буйынса шөғөлләнгәндәр эшмәкәрлегенә бәйле 233 мөрәжәғәт тикшерелгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа белгестәр ярҙамы менән республика граждандары коллекторҙар ойошмаһының законһыҙ эшмәкәрлегенән ҡотола алған.

Мәҫәлән, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының дәүләт реестры алып барыу һәм түләнмәгән бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырған юридик шәхестәргә контроллек итеү бүлегенә Өфө ҡалаһында йәшәүсе 41 йәшлек кеше мөрәжәғәт итә. Был ир бер нисә ай дауамында уға «ЭКВАНТА» йәмғиәтенән (элек «Финколлект» йәмғиәте) бурыс ҡаплатыуҙы талап итеп шылтыратыуҙары тураһында хәбәр итә.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының коллекторҙарҙы күҙәтеү һәм контроллек итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре гражданиндың мөрәжәғәтен тикшереү маҡсатында телефондан шылтыратыу йышлығын анализлайҙар. Һөҙөмтәлә, коллекторҙар компанияһы Өфө кешеһе менән аҙнаһына ике тапҡырҙан күберәк бәйләнешкә инеүе асыҡлана, йәғни был 230 һанлы Федераль закондың 7-се статьяһының 3-сө бүлегенең 3-сө пунктын боҙоу тигән һүҙ. Йыйылған материалдар нигеҙендә административ протокол төҙөлә. Суд «ЭКВАНТА» йәмғиәтен ғәйепле тип таный һәм 50 мең һум сумма штраф төрөндә административ яза бирә.

- Кредит биреүселәр һәм уларҙың мәнфәғәтен күрһәтеүселәргә, бурыслы клиенттар һәм өсөнсө шәхестәр менән үҙ-ара бәйләнешкә ингәндә тәүлегенә бер, эш көндәрендә 8.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем аҙнаһына ике тапҡырҙан да күберәк шылтыратыу тыйыла. Бындай бәйләнеш шарттарының тулы исемлеге менән 230-ФЗ һанлы Федераль закондың 7-се статьяһында танышырға мөмкин. Билдәләнгән шарттарға бөтә тура килмәүҙәр законды боҙоу тип иҫәпләнә, - тип билдәләне Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының дәүләт реестры алып барыу һәм түләнмәгән бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырған юридик шәхестәргә контроллек итеү бүлеге начальнигы Евгений Слободчиков.

Юғарыла атап үткән бүлек белгестәренән 8(347) 272-67-81 телефоны аша йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95 адресы буйынса шәхсән ҡабул итеүгә килеп консультация алырға мөмкин.


Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса

Стәрлебаш районы суд приставтары хеҙмәте бүлеге.
Читайте нас: