Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2019, 10:47

Иң яҡшы уҡыусы

Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән әүҙем уҡыусылары менән һәр мәктәп маҡтана ала. Түбәнге Аллағыуат төп мәктәбенең ғорурлығы - 7 класта белем алыусы Фидәлиә Көҫәпҡолова (һүрәттә).

Ул бөтә фәндәр буйынса ла тиерлек тик «бишле»гә өлгәшә. Уға бигерәк тә математиканан мәсьәләләр сисеү, рус һәм башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен уҡыу, үҫемлектәрҙе өйрәнеү бик оҡшай. Фидәлиәнең шаҡтай ҙур портфолиоһында конкурстарҙа ҡатнашҡан һәм еңгән өсөн грамоталары һәм дипломдары байтаҡ. Ул - ике тапҡыр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсының район этабында, «Биишева уҡыуҙары» республика ғилми-практик конференцияһы район этабының «Тел оҫтаһы» номинацияһында, шулай уҡ төрлө ижади конкурстарҙа еңеүсе. Ҡыҙ мәктәп, район фән олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша. Ул - биология һәм экология буйынса район олимпиадаһы призеры.

Буш ваҡытында Фидәлиә һүрәт төшөрөү һәм... һыбай йөрөү менән шөғөлләнә. Һүрәт төшөрөргә күптәр ярата һәм белә, ә бына уның кеүек атта оҫта йөрөүселәр юҡтыр. Һыбай йөрөргә уға атаһы өйрәтә. Үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында Лиана һәм Фидәрис Көҫәпҡоловтар 30ҙан ашыу йылҡы аҫрай, буш ваҡытын Фидәлиә улар эргәһендә үткәрә - ашата, тәрбиәләй.

Киләсәктә ул, бәлки, апаһы Айзилә кеүек медицина юлын һайлар, йәиһә, әсәһе кеүек, тәрбиәсе булыр. Быға тиклем ваҡыт бар, ә әлегә Фидәлиә тырышып уҡыуын дауам итә һәм ошо йәһәттән һеңлеһе Камилаға яҡшы үрнәк булып тора.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: