Ағымдағы йылда беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 74 йыллығын билдәләнек. Һәм ошо байрам алдынан 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә беренсе класс уҡыусылары араһында яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы А.Ш.Әхмәтов иҫтәлегенә шахмат-шашка турниры булды. Ул Ә.Х.Ғатауллин һәм мәктәп хакимиәтенең әүҙем ярҙамы менән ойошторолдо. Беренсе класс уҡыусылары йыл дауамында дәрестән тыш шахмат түңәрәгенә йөрөнө, унда Әмир Хәким улы балаларҙы шахмат һәм шашка уйыны серҙәренә өйрәтте. Һәм турнирҙа уҡыусылар уйында оҫталыҡтарын, еңеүгә ынтылыш күрһәтте.
Шахматта, иң яҡшы уйын күрһәтеп, малайҙар араһында Иван Валиков еңеүсе, ә Вилдан Ҡадиров һәм Искандәр Шәйәхмәтов призерҙар булды. Ҡыҙҙар араһында шахмат уйынында Светлана Басирова еңеү яуланы, ә Элина Ҡаранаева һәм Сабина Йосопова- призерҙар булды.
Шашка уйыны ла мауыҡтырғыс үтте. Малайҙар араһында Алмаз Әхмәҙиев еңеү яуланы, Динис Мәмбәтҡолов һәм Искәндәр Ғимазов призер булды. Ҡыҙҙар араһында шашка уйыны тәьҫирләндергес булды, бында Рәниә Ҡадирова еңеү яуланы, Диана Әхмәтшина һәм Виктория Попова призер булды. Грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләү мәле балаларға күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк итте. Беренсе класс уҡыусылары һөйөнөп бөтә алманы!
Барлыҡ яугирҙәргә тыныс күк йөҙө, тыныс тормошобоҙ өсөн тағы бер тапҡыр ҙур рәхмәт белдерге килә. Ғүмерҙәре бәрәбәренә беҙгә тыныс һәм бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәрҙең эштәре хәтерҙәребеҙҙә мәңге һаҡланһын.
Ирина ПЕТРОВА, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең беренсе класс етәксеһе.
Фото автор тарафынан бирелде.