Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2019, 10:54

Башҡорт телен нисек белеүебеҙҙе тикшерәйек

Район мәғариф бүлегендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезына йомғаҡ яһау» темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһе ултырышы үтте.

Унда район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов туған телдәрҙе өйрәнеүҙе яҡшыртыу, уҡытыуҙың заманса технологиялары тураһында мәсьәләне күтәрҙе. Первомайский һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәптәре уҡытыусылары Г.К.Бәхтейәрова һәм Р.М.Макашева уҡытыусылар съезы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, туған телдәрҙе өйрәнеү проблемаһын тикшерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә туған телде бик аҙ бала өйрәнә, тип билдәләне мәҡәлә авторы. Ә бит тел һәм тарих ниндәй ҙә милләттең мәҙәниәтен тәшкил итә, уны һаҡларға кәрәк. Кеше туған теле өсөн яуаплылыҡ хисе кисерергә тейеш. Ниндәй ҙә мәҙәниәт - үҙеңдең, һәм йәнәшәләге башҡа халыҡтарҙың бауытлыҡ тәжрибәһе. Тап беҙҙең тамырҙарыбыҙ, шәжәрәбеҙ беҙҙе көслөрәк итә, тип билдәләне ул.

Методик бүлек мөдире Р.Т.Рысаева Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолоуы тураһында ҡағиҙә менән таныштырҙы. Ағымдағы йылда был диктант тәүге тапҡыр Халыҡ-ара статусында үткәрелеүен билдәләне ул. Быны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдим иткән. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы халыҡ телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт теленең рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен арттырырға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Башҡорт телен өйрәнә башлау һәм уға ирекле эйә булыуҙы күҙ уңында тота.

Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн үткәреү урыны тип билдәләнгән ниндәй ҙә майҙансыҡ коодинаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Стәрлебаш районында Стәрлебаш башланғыс мәктәбе төп майҙансыҡ булып тора. Башҡорт телендә ирекле һөйләшеү кимәле өсөн диктант тексы 250, ә башланғыс кимәл өсөн - 150 һүҙҙән дә артыҡ түгел. Мәғлүмәт-телекоммуникацион селтәр аша диктант яҙыусылар Эксперт комиссияһынан тикшертеү өсөн эштәрен үҙ аллы [email protected] почтаһына ебәрә. Тикшереүгә ебәрелгән эштәр кире ҡайтарылмай. Эштәрҙе тикшереү йомғаҡтары апелляцияһы ҡаралмай. Диктант 2019 йылдың 18 майында үткәрелә. Өфө ваҡыты буйынса 10.00 сәғәттә башлана.

Тулыраҡ мәғлүмәтте http://bashkdictant.ru Халыҡ-ара диктант сайтында һәм Стәрлебаш район мәғариф бүлегендә белергә мөмкин.

Рима МАКАШЕВА,

2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Читайте нас: