Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2019, 11:30

Ҡабыҡҡыуыш егетенең юғары бейеклеге

Күптән түгел Сибайҙа булғанда драматург Әминә Яхинаға шылтыраттым (әйткәндәй, ул республикала ижады менән билдәле шәхес). Байтаҡ йылдар дауамында уның менән ғаиләбеҙ араһында йылы мөнәсәбәттәр һаҡлана. Ғәҙәттәгесә, хәл-әхүәл һорашҡас, ул театр эштәре тураһында ла һөйләп алды. - Театралдар араһында беҙҙең ҡалала Рәлиф Кинйәбаев айырыуса популяр, - тине Әминә Миңлеғол ҡыҙы. - Уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр күңелгә үтеп инерлек, онотолғоһоҙ. Ҡайһы бер эпизодтар һүҙмә - һүҙ иҫтә ҡала. Бик талантлы драматург.- Шәхси осрашҡанығыҙ булдымы?- Әлбиттә. Ул бит Сибайға килде. Ижадынан тыш, уның аралашҡанда ябайлылығы, тәрән фекер йөрөтөүе ҙур ихтирам уята. Яҡташығыҙға эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

1974 йылда мәктәпте тамамлаған был класс Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе тарихында иң көслөһө булды, тип һөйләгәндәрен ишетергә тура килгәйне. Улар һуңынан да, оло тормошта ла абруйлы шәхестәр булып ҡала. Бында педагогтарҙың тырыш хеҙмәте лә роль уйнай, әлбиттә. Зәкиә Ишембәтова, Сәүиә Мөхәмәтшина, Әнисә Сөйәрғолова, Әнисә Байғужина, Сәүиә Ибраһимова, Әхмәтсолтан Сөйәрғолов кеүек уҡытыусылар элекке уҡыусыларының хәтерендә яҡшы һаҡлана. Ә шуларҙың ҡайһы берҙәре ҡабыҡҡыуыштарҙың айырыуса ғорурлығына әүерелә. Бына, әйтәйек, Рәмил Әхмәтов. Илебеҙ юристары араһында юғары кимәлгә күтәрелә. Рәсәй Федерацияһы Юғары суды ағзаһы (14 йыл), илдең ошо юғары суд органының судьялар Советы рәйесе була. Наил Ибраһимов - бөгөн райондың баш агрономы. Ринат Әхмәтов - Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Ә уларҙың класташы Рәлиф Кинйәбаев мәктәп йылдарынан уҡ әҙәбиәткә айырыуса тартыла. Быны уҡытыусылар ҙа, ата-әсәһе лә күрә. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөстәҡим Хөснөтдин улы ауыл Советы рәйесе, партия ойошмаһы секретары, колхоз рәйесе була. Әсәһе, Зөлҡәғиҙә Хәйбулла ҡыҙы колхозда, һуңынан сауҙа системаһында эшләй. Ҙур ғаиләһен хәстәрлекләп ҡарай. Ҡайһы саҡ, ире район үҙәгенә йыйынғанын күрһә:

- Китап магазинына инеп, Рәлифкә берәй ҡыҙыҡлы китап алып ҡайт әле, - ти.

- Әлбиттә, - тип яуап бирә Мөстәҡим Хөснөтдин улы. - Мин үҙем дә уйлап ҡуйғайным.

Туғыҙынсы класта уҡығанда Рәлиф район гәзитенә оҙаҡ йылдар агроном булып эшләгән ветеран Барый Ибраһимов тураһында мәҡәлә яҙырға уйлай. Урындағы журналистар йәш авторҙы маҡтай. Мәҡәлә гәзиттә баҫылып сыға. Һуңынан гәзиттә тағы бер нисә мәҡәләһе донъя күрә.

Мәктәптән һуң Рәлиф Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында «Ашҡаҙар» әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә башлай. Ә институтты тамамлағанда үҙенең беренсе хикәйәләр йыйынтығын әҙерләй. Уҡыуҙан һуң уны Күгәрсен районының Тләүембәт мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Әммә унда оҙаҡ эшләмәй. Үҙенең районына ҡайтып, Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры була.

Уның очерктары, мәҡәләләре, хикәйәләре республика баҫмаларында донъя күрә. Йәш авторҙы күреп ҡалалар. 1985 йылда уны «Совет Башкортостаны» гәзитенә саҡыралар. Республиканың көньяҡ зонаһында хәбәрсе булып эшләй, Ишембай ҡалаһында йәшәй.

14 йылдан һуң тыйнаҡ ҡына Кинйәбаев өсөн көтөлмәгән яңылыҡ була: уны «Башҡортостан» тип үҙгәртелгән ошо гәзиттең мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. Стәрлебаш районында тыуып-үҫкән яҡташтары уны яңы вазифаһы менән ихлас ҡотлап, уңышлы эш теләйҙәр.

Был уның өсөн һөҙөмтәле осор була. Баҫманың популярлығы тағы ла арта. «Халыҡ дуҫлығы - Башҡортостан Республикаһының тап ҡаҙанышы» ете төбәк конкурсының бишеһендә ошо гәзит журналистары еңеүсе була. Ә Кинйәбаевтың үҙенә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.

2011 йылда Рәлиф Мөстәҡим улы «Һәнәк» республика сатирик журналының баш мөхәррире була, ә биш йылдан бер үк ваҡытта «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналына ла етәкселек итә.

Үҙенең дә әҙәбиәт йәһәтенән таланты нығыраҡ асыла. Бик ғәжәйеп факт: 1988 йылда 10 мең тираж менән уның «Һыу юлында һылыу ҡыҙ» тип аталған беренсе хикәйәләр китабы сыға һәм өс ай эсендә һатылып бөтә. 1990 йылда ул СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. 1992 йылда «Йәйҙең һуңғы көндәре» тип аталған икенсе йыйынтығы сыға. Унда повестар һәм хикәйәләр туплана. Был китап та ҙур уңышҡа эйә була. Әҙәбиәт өлкәһендә республикала тағы бер ҙур, үҙенсәлекле яҙыусы барлыҡҡа килде, тиҙәр.

Әммә Рәлиф Мөстәҡим улы башҡа жанрға нығыраҡ тартыла. Республика Яҙыусылар союзы идараһының шул саҡтағы рәйесе Рауил Бикбаев хеҙмәттәштәре менән ошондай фекерҙәре менән уртаҡлаша:

- Кинйәбаев, әлбиттә, ғәйәт талантлы яҙыусы. Үҙ жанрын эҙләп ул драматургияға килде һәм яңылышманы. Ә бит ул иң ауыр жанр.

Ысынлап та, был йүнәлештә уның дебюты бик сағыу була. «Айғырыңды үтескә бир», «Гүргә инер сер ине», «Эх, Байтимер, дуҫ», «Әбейүшкә@.тущка.ru» һәм башҡа пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, «Нур» татар театры, Сибай драма театры, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Әлмәт, Минзәлә драма театрҙары, ә ҡайһы саҡ илдең башҡа төбәктәрендә лә ҙур уңыш менән ҡуйыла. Кинйәбаевтың әҫәрҙәрендә замандың әхлаҡи проблемалары күтәрелә, ә был тамашасыға айырыуса яҡын.

«Гүргә инер сер ине» - иң данлыҡлыһылыр, моғайын.

- Был спектаклде ҡарағанда күҙҙәрем йәшләнде, - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры, СССР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим Рауил Бикбаевҡа. - Уны һүҙҙәр менән аңлатыу ауыр, үҙеңә ҡарарға кәрәк. Йәнәшәмдә ултырған Әлфиә ҡыҙым хатта иланы ла.

Был эпизод 2001 йылда - «Нур» театрында спектаклде ҡарағандан һуң була.

Был һүҙҙәрҙе Рауил Бикбаев шулай уҡ киң билдәле яҙыусы Талха Ғиниәтуллинға әйтә. Ә ул иһә Кинйәбаевҡа шылтыратып, ҙур уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлай.

Әйткәндәй, Ғиниәтуллин Рәлиф Мөстәҡим улы менән быға тиклем дә йылы мөнәсәбәттә була. Осрашып торалар. Талха Йомабай улы (СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре) Горький исемендәге Мәскәү әҙәбиәт институтын тамамлай. Байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәй. Романдар һәм хикәйәләр авторы. Уның әҫәрҙәре рус, башҡорт, шулай уҡ инглиз, немец, ҡытай, поляк телендә баҫыла. Хәҙер яҙыусы тыуған ерендә - Учалы ҡалаһында йәшәй.

Ике йыл элек Рәлиф Мөстәҡим улы ҙур ике томда үҙенең пьесаларын баҫтырып сығара. Талха Ғиниәтуллиндың «Ҡояш көтөп зарыҡҡанда» хикәйәһе драматургтың иғтибарын айырыуса йәлеп итә. Ошо әҫәр буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Минзәлә дәүләт татар театры тарафынан ҡуйыла.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының әлеге рәйесе Зәки Әлибаев интервьюларының береһендә журналистарға былай ти:

- Яҙыусылар, белеүегеҙсә, беҙҙә бик күп, ә бына талантлы драматургтар - бармаҡ менән һанарлыҡ. Рәлиф Кинйәбаевты шулар араһында алдынғыларҙың береһе тип иҫәпләргә мөмкин.

Әйткәндәй, ошоға өҫтәп, Рәлиф Кинйәбаевтың ижади биографияһы Башҡорт энциклопедияһының 3-сө томында, «Кто есть кто в Республике Башкортостан» сайтында, «Башҡорт ере яҙыусылары» белешмәһендә сағылдырылған.

Билдәле драматург булһа ла, унда тәкәбберлек, йондоҙҙар ауырыуы юҡ, уның кешелеклеге, изге күңеллелеге ихтирам һәм хөрмәт уята, тип билдәләй уның ҡәләмдәш дуҫтары.

Ғаиләһендә лә ул бәхетле. Тормош иптәше Филүзә Шәриф ҡыҙы байтаҡ йылдар педагог булып эшләй, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә эйә. Уларҙың улы Рәмил - юрист.

Абруйлы матбуғат баҫмалары мөхәррире һәм республиканың билдәле драматургы булып, Ҡабыҡҡыуыштан Рәлиф Кинйәбаев бына шундай үрҙәр яулай. Ә журналистикаға һәм әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын, юғарыла әйтеп үтелгәнсә, Стәрлебаш район гәзитендә яһай.

Драматург Әминә Яхинаның әйткән һүҙҙәренә ҡайтайыҡ.

- Театр йылы тип иғлан ителгән йылда Рәлиф Мөстәҡим улы тағы бер сағыу әҫәре менән һөйөндөрһә бик шат булыр инек. Уға һәм ғаиләһенә тик изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Беҙгә лә ошо теләктәргә ҡушылырға ғына ҡала.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: