Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:37

Ғәжәйеп бала саҡ иле

Һәр яҙын Балалар ижад йорто уҡыу йылына йомғаҡ яһай. Быйыл да район Мәҙәниәт йортонда Балалар ижад йортоноң ижади коллективтарының отчет концерты булды. «Ғәжәйеп бала саҡ иле» тип аталған байрам Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланды.

Бер йылда күпме эшләнгән! Ҡыҙҙар һәм малайҙар Балалар ижад йортонда йыл буйына шөғөлләнде, тырышты, ауырлыҡтарҙы еңде, ижад итте һәм еңеүҙәр яуланы. Бында тормош гөрләп торҙо: берләшмәләрҙә занятиеларҙан башлап төрлө мастер-кластарға, асыҡ занятиеларға тиклем педагогтар тәжрибәһе менән уртаҡлашты, балалар менән эшләүҙең яңы формаларын үҙләштерҙе. Көн һайын Балалар ижад йорто йөҙҙәрсә ҡыҙ һәм малайға үҙ ишектәрен аса, улар иһә һәләттәренә ҡарап күңелдәренә оҡшаған занятиеларҙы һайлай һәм күп көс талап иткән, әммә һәр ваҡыт мауыҡтырғыс уҡыу процесы башлана. Сөнки һәр бала - эшмәкәр! Һәм уның тормошо, тәү сиратта, ижад менән һуғарылған. Бихисап бала ижад йортонда үҙ ҡулдары менән матурлыҡ булдыра.

Район Мәҙәниәт йорто фойеһында балалар ижадының тотош донъяһы - биҙәү-ғәмәли сәнғәттең төрлө, ҡабатланмаҫ ижади эштәр күргәҙмәһе күрһәтелде. Робототехника түңәрәгендә шөғөлләнгән балаларҙың ҡул эштәре күптәрҙең иғтибарын айырыуса йәлеп итте (етәксеһе Фидан Усманов). Үҙ ҡулдары менән эшләгән трансформерҙары атлап йөрөнө, көрәште, йәғни, ниндәй ҙә команда башҡарҙы (һүрәттә). Балалар һәм уларҙың етәкселәренә афарин тип әйтергә генә ҡала.

Балалар ижад йорто директоры Эльза Мәсәлимова педагогтарға юғары профессионализм һәм ғәйәт ҙур хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Йыл дауамында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район конкурстарында ҙур уңыштарға ирешкән, Балалар ижад йорто тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Саҡырылған ҡунаҡтар араһында уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары, шулай уҡ айырым учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре һәм белгестәре булды, улдарҙың ҡайһы берҙәренә Э.Мәсәлимова шулай уҡ уҡыусыларҙың конкурстарға барыуын ойошторғандары, Балалар ижад йортона ярҙам күрһәткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Сара юғары кимәлдә үтте. Байрам, ысынлап та, сағыу һәм онотолғоһоҙ булды. «Артистарҙың» күҙ нурҙары тамашасыларға һирпелде, сара мәлендә педагогтарҙың күпме ижади идеялары һәм уй-ниәттәре асылды! Беҙ ҙә яратҡан коллективыбыҙға киләһе ижади асыштар, сағыу ҡаҙаныштар һәм яңы еңеүҙәр өсөн көс һәм дәрт теләйбеҙ.
Читайте нас: