Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:33

Һуғыш ветерандарына хөрмәт күрһәтелде

7 майҙа районда Еңеү байрамы алдынан, традиция буйынса, һуғыш ветерандарына хөрмәт күрһәтелде. Район Мәҙәниәт йортона ингән ерҙә тере коридор, сәскәләр һәм Георгий таҫмалары менән уларҙы уҡыусылар ҡаршыланы. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы хөрмәтенә тантанала ветерандарҙан тыш, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре һәм вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт аяуһыҙ. Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеү бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. Бөгөнгө көндә районда һигеҙ һуғыш ветераны йәшәй. Уларҙың барыһы ла тиерлек сарала ҡатнашыуы бик һөйөнөслө. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров уларға һәм йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

- 9 Май - ил тарихында сағыу бит. Был көндө беҙ еңеүселәргә хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ. Бәхетле тормош бүләк иткәнегеҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәренә лә ҙур рәхмәт, - тип ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе ветерандаға Фәнүр Зөфәр улы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Атап әйткәндә, Абдрахман Абдрахманов, Фәйзулла Биктимеров, Йәүҙәт Фәршатов (Стәрлебаш ауыл биләмәһе), Зөфәр Ғәфиев, Мөҙәрис Яппаров (Баҡый ауыл биләмәһе), Миңлеғәли Мөкминов (Хәлекәй ауыл биләмәһе), Ғүмәр Байтимеров (Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһе) һәм Фәүәт Вәлиев (Йәшергән ауыл биләмәһе) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

БР Стәрлебаш һәм Миәкә райондары хәрби комиссары Ринат Латипов та ветерандарға һуғыш йылдарында хәрби батырлыҡтары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт һәм изге теләктәр белдерҙе һәм һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

- Сираттағы тапҡыр беҙ Еңеү көнөн билдәләйбеҙ һәм һеҙгә, һуғыш һәм тыл ветерандары, рәхмәт белдерәбеҙ. Йәштәргә мөрәжәғәт итәм, атай-олатайҙарыбыҙҙың фронтта һәм тылда бөйөк батырлыҡтары, Еңеү хаҡына күпме юғалтыуҙар, азатлыҡ һәм тыныслыҡ өсөн ғүмерҙәрен һәм һаулыҡтарын биреүҙәре тураһында онотмағыҙ. Һәм беҙ тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә һәм уны һаҡларға тейеш, - тип билдәләне район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов.

Ветерандар өсөн байрам концерты ойошторолдо, унда һуғыш йырҙары һәм шиғырҙар яңғыраны. Өсөгән Әсән ауылынан Радмир Хәсәновтың (һүрәттә) сығышын айырыуса билдәләп үтке килә. Ул, Рита Гуенконың «Һуғыш балалары» романынан өҙөк уҡып, дүрт йәшлек улын Германияға ебәреүҙән ҡотҡарған ауырыу әсәнең күңел торошон залда ултырыусыларға еткерә алды. Һалдат кейемендәге 12 йәшлек малайҙың сығышынан һуң залда ултырыусыларҙың күптәренең күҙҙәренә йәш эркелде.

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм шул ваҡиғаларҙың шаһиттары һирәгәйә һәм беҙ һәр ветеран тураһында күберәк хәстәрлек күрергә тырышабыҙ. Был юлы ла улар өсөн байрам өҫтәле әҙерләнде. Өҫтәл артында ветерандар яуҙағы хәлдәрҙе һәм дуҫтарын, һуғыштан һуңғы яңылыҡтары, ғаиләләре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ошонда уҡ район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров менән йылы әңгәмә булды.


Читайте нас: