Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:40

Тыуған урамыбыҙҙа тәртип булдырҙыҡ

Тышта яҙ. Тимәк, өйҙә генә түгел, ә йорт тирәһе территорияһында ла таҙа булһын өсөн тирә-яҡта тәртип булдырырға ваҡыт.

Беҙ, ҡасандыр Айҙарәле ауылының Йәштәр урамында төпләнгән Сәйрә һәм Йосоп Хәкимовтарҙың балалары һәм ейәндәре, тыуған ауылыбыҙға ҡайтҡас, ошо яҙ көндәрендә урамыбыҙҙы йыйыштырырға ҡарар иттек. Сөнки мәрхүм ата-әсәйебеҙ уның таҙа булғанын ярата ине. Иртән һепертке һәм тырма алып, күршеләр менән бергә урамда тәртип булдырҙыҡ. Шәмбе өмәһендә Рәмилә ҡыҙы менән хатта 87 йәшлек Рәхилә апай ҙа ҡатнашты. Сүп-сар сығарыу өсөн урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сабирйән Хәкимов мини-трактор бүлде, уға бының өсөн ҙур рәхмәт. Урамды тәртипкә килтереп, туғандарыбыҙ менән зыяратҡа барып килергә булдыҡ. Унда беҙ ҡәберҙәрҙе ҡороған үләндән йыйыштырҙыҡ, сәскәләр ултырттыҡ, мәрхүмдәребеҙ тыныс ятһын өсөн доға ҡылдыҡ. Бик ныҡ арыһаҡ та, беҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, Мөслимә апайыбыҙҙың өйөнә ҡайтып, өҫтәл артында туғандарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ, шулай уҡ ауылыбыҙ киләсәге тураһында уй-фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Айҙарәле ауылына яңы һыу үткәргес кәрәк. Был ҡатмарлы, сығымлы, әммә бик кәрәкле эш. Сөнки һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ҡасандыр алдынғы булған «Ключевые горы» хужалығы бөтөүе тураһында борсолоп әңгәмәләштек. Әммә күтәренке кәйефтә, тыуған еребеҙ менән ғорурлана алыр өсөн бында ауылға йыш ҡайтырға, уға ярҙам итергә кәрәк, тигән теләктә таралыштыҡ.


Читайте нас: