Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:42

Өмәләр гөрләй, ауылыбыҙ матурая

Еребеҙгә тағы ла йәмле лә, йәнле лә яҙ килде. Һәр кемдең күңеленә йәшәүгә дәрт, илһам биреп атлай ул бар донъяны иңләп-буйлап.

Беҙҙең Һарайҫа ауылы халҡы ла ошо матурлыҡты аңлап, тағы ла күркәмерәк итеп йәшәү өсөн тырыша бөгөн. Йәйҙәр етһә гөл-баҡсалар эсендәге йорттарға һоҡланып туя алмайһың. Ә бит былар барыһы ла тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Ауылдаштарым бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған изге йолаларҙы һаҡлай, ҡәҙерләй. Өй күтәреү булһынмы, һуңғы юлға оҙатыумы – барыһы ла килә.

Имам-хатип Әсхәт Ғәлиев етәкселегендә һалынған мәсет хәҙер инде туғыҙ йыл буйы ауылыбыҙға ҡот, бәрәкәт таратып, йәм биреп тора. 21 апрель, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы дәррәү йыйылып, мәсет тирә-яғын, эсен йыйыштырыу, ҡоймаларҙы буяу буйынса өмә үткәрҙе һәм был эштәрҙе «һә» тигәнсә эшләп тә ҡуйҙы.

Ә 25 апрелдә Һарайҫа ауылы халҡы тағы ла бер өмәгә йыйылды – был «мөрйәһеҙ ауылыбыҙҙы», йәғни, зыяратты таҙартыу өмәһе. Зыяратты таҙартыу - мәңгелеккә киткәндәргә ихтирам билдәһе ул. «Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел» тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотоу, ололар тарафынан йәштәргә лә өлгө күрһәтеү.

Был эште лә имам-хатип Әсхәт ойошторҙо. Халыҡ та әүҙемлек күрһәтте, тырышып, берҙәм эшләне. Әрүахтарҙың рухтары шатланып киткәндер. Ә өмәгә килеүселәр, ошо изге Рамаҙан айына аяҡ баҫырға торған көндәрҙә изге эш эшләп, ҙур сауап алғандыр.

Йылдар бер-береһен тыныс ҡына алыштырһын, донъялар имен торһон. Халыҡтар дуҫ, татыу йәшәп, тырыш хеҙмәт менән донъяны матурлап, йәшәүҙән йәм табып йәшәйек.
Читайте нас: