Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:31

Илебеҙҙе һаҡлаусылар иҫтәлегенә

Еңеү көнө алдынан Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең шәхси составы һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Был көндө юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре транспорт хәрәкәтен көйләүсе полиция таяғы урынына аҡһыл - ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре тотҡайны. Уларҙы һәйкәлгә һалғас, полиция хеҙмәткәрҙәре һуғышта һәләк булғандарҙы, шулай уҡ бөгөнгө көндө күрә алмаған бөтә ветерандарҙы ла хөрмәтләп иҫкә алды. Уларҙың һәр ҡайһыһының иҫкә алыр кешеһе бар. Мәҫәлән, Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Фәнис Ғиззәтуллиндың олатаһы Сәхиулла Ғиззәтуллин һуғышта өлкән сержант булған. Еңеү менән өйөнә ҡайта. Рәил Туҡбаевтың олатаһы рядовой Миңлевара Туҡбаевҡа ла яу яланынан иҫән ҡайтырға насип була. Ветерандар иҫән түгел инде, әммә улар балалары, ейәндәре, бүләләре хәтерендә.

Был тантана 9 Май байрамына бағышланды, һәм ул традицияға әүерелер тип уйлайбыҙ. Автоинспекторҙар иҫәпләүенсә, киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен биргәндәр тураһында иҫтәлекте һаҡлау - беҙҙең бурыс. Һуғыш бер ҡасан да булмаһын, күк йөҙө аяҙ, ә юлдар - хәүефһеҙ булһын, - тип теләне улар сара аҙағында.


Читайте нас: