Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 16:15

Халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышланған ғүмер

Стәрлебаш районының матур тәбиғәтле Һарыйылға ауылында 1956 йылдың 27 майында колхозсылар - Маһира Ғилемдар ҡыҙы һәм Әхмәтсәләм Сәйфетдин улы Баһауетдиновтарҙың ғаиләһендә Самат өсөнсө бала булып донъяға тыуа.

Маһира Ғилемдар ҡыҙы ғүмер буйына колхозда сөгөлдөр үҫтерә, хужалыҡтың төрлө участкаларында эшләй. Ул ғаиләнең тотҡаһы, йылы усағын тәьмин итеүсе, балаларға тәрбиә биреүсе, эшкә өйрәтеүсе була. Ғаиләлә ҡыҙҙар, малайҙар эше тип айырыу булмай һәм балаларға барлыҡ эштәрҙе лә белеп, өйрәнеп, эшләп үҫергә тура килә. Әхмәтсәләм Сәйфетдин улы хужалыҡтың төрлө тармағында етәксе вазифаһында эшләй. Ҡайһы ғына тармаҡта эшләһә лә, оҫта ойоштороусы, принципиаллеге менән айырылып тора, бик күп ғаиләләргә үрнәк булып йәшәй. Балаларына ла шундай тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Умарта тоттолар, мал аҫранылар. Ауылда тәүгеләрҙән булып баҡса үҫтереү менән шөғөлләнделәр. Баҡса тултырып йәшелсә үҫтерҙеләр, ҡыяр-помидорҙары бөгөнгөләй күҙ алдында тора. Баҡса тултырып емеш ағастары үҫеп ултыра ине. Уларҙы ҡарарға, тәрбиәләргә балаларын да өйрәтте. Балалар ҙа кешеләр менән нисек аралашырға, нисек йәшәргә ата-әсәһенән күреп үҫә, сөнки Әхмәтсәләм Сәйфетдин улы байтаҡ йылдар партком секретары, ауыл Советы рәйесе булып эшләй, һуңғы йылдарҙа МТМ мөдире була. Ҡайһы тармаҡта ғына эшләһә лә, үҙенең ҡул аҫтындағыларға үрнәк, яҡшы кәңәшсе, яҡлаусы була. Әлеге көндә лә бергә эшләгән иптәштәре уны яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Саматтың ағаһы Сәйет тә, апаһы Фирҙәүес тә ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡустыһы Фәрит ауыл хужалығы институтын тамамлап, ғаиләһе менән ауылда бик оҙаҡ йылдар мал табибы булып эшләй. Әлеге көндә ауыл Советы рәйесе. Ҡустыһы Фәнүр ҙә ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ғаиләһе менән ауылда йәшәй һәм ферма мөдире булып эшләй. Һеңлеһе Рәзилә агроном һөнәрен үҙләштереп, ауыл егетенә кейәүгә сығып, ауылда йәшәй. Иң бәләкәй ҡустыһы Флүр ҙә агроном белгеслеге алып ғаиләһе менән хужалыҡта эшләй.

Самат 1963 йылда Хәлекәй 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара, ул ваҡытта иҫке мәктәп бинаһында һәр бер класта утын яғып йылыта торған мейес була. 1966 йылда мәктәп яңы бинаға күсә, ә 1971 йылда Самат мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Әмир урта мәктәбенә 9 класҡа уҡырға килә. Уны 1973 йылда тамамлап, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға инә. Техникумды уңышлы тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта.

Бер айлап төрлө эшкә өйрәтәләр һәм 1976 йылдың июнь айында колхоздың беренсе бригадаһы һөтсөлөк фермаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм уңышлы тамамлай. Ул ваҡытта фермала 12 һыйыр һауыусы, һигеҙ быҙау ҡараусы, егермеләп мал ҡараусы була. 20 йәшлек егет ең һыҙғанып ферма эшенә егелә һәм уны ышаныслы тарта башлай. Тәүге көндәрҙә бик еңел булмай, әлбиттә, сөнки йәш егеткә оло ағай-апайҙарға фән нигеҙендә нисек эшләргә, үҙенең уҡығанда алған белемен ҡулланырға һәм малсылыҡта эшләгән башҡа иптәштәренә эйәрергә кәрәк була. Уның тырышлығы колхозда ғына түгел, район һәм республика кимәлендә күренә башлай. 1978 йылда колхоз идараһы һәм партия ойошмаһы, 1979 йылда Стәрлебаш райком бюроһы һәм район башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Маҡтау грамотаһы бирелә. Ферма коллективы 1979-1980 йылдарҙа ике йыл рәттән районда тәүгеләрҙән булып колхозда һәр һыйырҙан 3 мең кг һөт һауыу сиген уҙҙыра. Ошо уҡ йылда Башҡорт АССРы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 1980 йылда В.И.Лениндың тыуыуына 110 йыл тигән Маҡтау грамотаһы бирелә.

1981 йылда С.Баһауетдинов хужалыҡтың баш зоотехнигы итеп тәғәйенләнә. Хужалыҡта малсылыҡ тармағын етәкләй башлай. Был эштә лә һынатмай, малсылыҡ тармағы күҙгә күренеп алға китә.

Үҙ эшен теүәл белеүен һәм тырышып эшләгәнен күреп, 1983 йылда КПССтың Стәрлебаш район комитетына инструктор итеп алалар. Бында эшләгән ваҡытын бик оҙаҡ йылдар һағынып иҫкә ала, остаздары Рафаэль Бакиров, Виктор Шишков, Һаҙый Туҡтаровты үҙенең үрнәге итеп ҡуя. Уларҙан эшләргә, халыҡ менән аралашырға, кәңәштәр бирергә, кемгә мөрәжәғәт итергә, эстәлекле һәм теүәл хаттар яҙырға өйрәнә. Эшләгән ваҡытының һуңғы көндәрендә лә уларға ҙур ихтирам менән ҡарай.

1986 йылдың февралендә Матросов исемендәге хужалыҡҡа рәйес итеп һайлайҙар. Эш башлаған йылда уҡ еңел булмай. Яңы эш, бында инде барыһын да үҙенә хәл итергә тура килә. Мал аҙығы аҙ, етешмәй, күрше хужалыҡтарҙан бурысҡа алырға тура килә, хөкүмәткә бурысҡа инәләр, сөнки хужалыҡта малдарға бирерлек фураж да булмай. Ошо еңел булмаған эштә 2004 йылдың декабренә тиклем Матросов исемендәге хужалыҡҡа етәкселек итә. Бик ҡаты сирләгәс вазифаһын йәштәргә тапшыра. Был йылдарҙа эшләүе еңел түгел ине, уларға (етәкселәргә) психолог та, табип та, милиционер ҙа, «Ашығыс ярҙам» да, шулай уҡ бик күп вазифаларҙы үҙ иңендә тартырға тура килә, үҙен-үҙе аямайынса барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Дөйөм хужалыҡта ла, шәхси хужалыҡта ла мал һанын кәметеүгә юл ҡуймай. Шәхси хужалыҡтарға ла мал аҙығы әҙерләргә, утын, күмер, брикет кеүек яғыулыҡ ташығанда ярҙамынан ташламаны, техникалар йөк ташыу өсөн бушҡа бирелә ине. Хөкүмәт алдындағы бурысты ла үтәргә, хужалыҡты ла, шәхси хужалыҡтарҙы ла ҡарарға кәрәк ине.

Айырыуса ҡыйынлыҡтар ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ килә башлаған йылдарҙа була. Шәхси йорттар өсөн газ мейестәре, газ торбаларын ташыу, уларҙы юллап хатта күрше республикаға тиклем барырға тура килә. Был эштәр барыһы ла хужалыҡҡа йөкмәтелә. Зәңгәр яғыулыҡ килә торған торбаларҙы һуҙа башлағас, аңлашылмаған сәбәптәр менән ике йылға яҡын эштәр туҡтатылып тора. Бындай күренештәр ҙә йөрәктә эҙһеҙ үтмәй. Шул саҡтағы күренештәрҙе яҙып ҡына булмай, кисергән кеше үҙе генә белә. Ауылға газ ингән йылдарҙа халыҡ дәррәү күтәрелеп, өйҙәренә төкәтмә төҙөй башлай. Шул ваҡытта ла шәхси хужалыҡтарҙы ярҙамынан ташламай, йомоштары өсөн машина бирә.

Әмир ауылында һыу етешмәү - ауыл халҡын борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып торҙо. Бик күп көс һалып, ҙур сығымдар булһа ла, Стәрлетамаҡтағы бағыусылар ярҙамында Аҡшишмә һыуын башняға тултырып, торба һуҙғас, ауыл халҡы һыуға туйынып ҡалды.

1994 йылда колхозға «Кызыл таң» гәзитенән хәбәрселәр килә, улар бик күп һорауҙар биреп, хужалыҡтың һәр бер тармағында була. Колхозсылар нимә иҫәбенә йәшәй һуң? - тип һорағас: «Улар киләсәккә ышанып йәшәй. Булғаны менән көн күрә, иҫкеһен яңырта, яңыға бик үрелеп бармай, шәхси хужалыҡ ҡотҡара. Ләкин унда ла күп көс һалырға кәрәк. Бер нимә лә юҡтан бар булмай. Даими колхоз эшендә булып, үҙ хужалығыңды алып барыу бик ҡиммәткә төшә. Ризыҡ тәмен шунда беләһең», - тип яуап бирә хужа.

Етештереүҙә һәм ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙа, ауылды социаль үҫтереүҙә ирешкән уңыштары, район иҡтисадына ҙур өлөш индергәне өсөн Самат Сәләм улы 2000 йылда «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән бүләкләнә.

2003 йылда хужалыҡтың яҡшы күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Президенты М.Ғ.Рәхимовтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Хужалыҡта ғына түгел, ғаиләһендә лә үрнәкле ғаилә башлығы була.

Стәрлебаш районының күпселек халҡы Самат Сәләм улын намыҫлы, итәғәтле, башҡарыусан һәм ниндәй ҙә проблеманы хәл итеүҙә ярҙамға килеүсе, асыҡ кеше булараҡ билдәләй. Үҙенең ғәҙеллеге, изге күңелле һәм кешелеклеге менән Самат Сәләм улы район халҡының ихтирамын яуланы, район хужалыҡтары, предприятиелары, ойошмалары етәкселәре араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанды.

Ул ауылдаштарының йәшәү рәүешен һәм хеҙмәтен яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итергә тырышты. Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, күп тапҡыр район Советы, Хәлекәй ауыл Советы саҡырылыштары депутаты итеп һайланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыуы Самат Сәләм улының байтаҡ уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәне.

2004 йылда сәләмәтлеге буйынса уға ғүмеренең күпселек өлөшөн бағышлаған хеҙмәтен ҡалдырырға тура килде.

Тормош иптәше Фәйхүнә Билал ҡыҙы менән өрлөк кеүек өс ул үҫтерҙеләр. Фәйхүнә Билал ҡыҙы хужалыҡта төрлө тармаҡтарҙа эшләп, алдынғылар рәтендә була, оҙаҡ йылдар һауынсы, һуңғы йылдарҙа сөгөлдөрсө булып эшләй. Яҙғы сәсеү, көҙгө урып-йыйыу эштәре ваҡытында хужалыҡ эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Оло улдары Филүс ауыл хужалығы институтының ветеринария бүлеген тамамлап, ветеринария участкаһы мөдире булып эшләй. Тормош иптәше Альбина менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Икенсе улдары Данир тормош иптәше Эльза менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Кесе улдары Илдар тормош иптәше Гүзәл менән ул тәрбиәләйҙәр, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр.

Атайҙары ҡабыҙған донъя усағын һүндермәйҙәр, аҙна һайын ҡайтып ярҙам итеп торалар. Тормош матур, ил-көндәр тыныс, йәшәргә лә йәшәргә, тик үкенескә Самат Сәләм улы беҙҙең арала юҡ. Ул тормош иптәше, балаларына атай ғына түгел ине. Барлыҡ туғандарына ла оло кәңәшсе, юл күрһәтеүсе, атай урынына ҡалған кеше булды. Ошо яҙма уның рухына хәйер-доға булып ирешһен ине, ятҡан урыны йомшаҡ, йәне йәннәттә булһын.

Фәрит БАҺАУЕТДИНОВ, Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Хәлекәй ауылы. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: