Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:35

Еңел атлетика ярышы шәп үтте!

Уҙған аҙнала Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына бағышланған еңел атлетика эстафетаһы буйынса традицион ярыштар булды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова спортсылар алдында сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, уңыштар теләне. Ул БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы исеменән Первомайский урта мәктәбенә уларҙың «Сәләмәт быуын - көслө төбәк» республика спорт-белем биреү проектында ҡатнашыуҙарын раҫлаусы таныҡлыҡ һәм 120 мең һум тирәһе суммаға спорт инвентары һатып алыуға сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы исеменән Альбина Әбүзәр ҡыҙы Эльмир Сәфиуллин, Андрей Журенков, Савелий Заварзин, Рөстәм Мәҡсүтов, Артем Никифоров, Тимур Насировтарға «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы таныҡлыҡтарын һәм беренсе дәрәжә алтын, Лия Хәлиуллина, Нәркәс Үтәева, Ульяна Свигачева, Анжела Хөсәйенова, Камила Хәсәнова, Алтынай Ильясоваларға көмөш айырма билдәләре тапшырҙы.

Быйыл һауа торошо эстафетала ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе һөйөндөрҙө.

Стартҡа беренсе булып ойошмалар, предприятиелар һәм ауыл биләмәләре командалары сыҡты. Ойошмалар араһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы беренсе, коррекция мәктәп-интернаты - икенсе һәм район дауаханаһы - өсөнсө, ауыл биләмәле араһында Буҙат ауыл биләмәһе командаһы беренсе, Стәрлебаш - икенсе, Хәлекәй - өсөнсө урындар яуланы.

Өлкәндәрҙең ярышынан һуң, мәктәп уҡыусыларына сират етте. Был юлы 3-4 класс уҡыусылары араһында Первомайский урта мәктәбенең спорт класы еңеү яуланы, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе еңел атлеттары икенсе килде, Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе спортсылары өсөнсө булды.

Улар артынан 5-7 класс уҡыусылары старт алды. Еңеүселәр һәм призерҙар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе һәм өсөнсө урындар 2-се Стәрлебаш мәктәбендә, икенсе урын - Йәлембәт мәктәбендә.

Артабан 8-11 класс уҡыусылары ярышты. 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе пьедесталдың беренсе һәм икенсе баҫҡысында, өсөнсөһөндә - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе.

Еңел атлетикала ҡатнашҡан барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙар муниципаль район хакимиәтенең Кубоктары, миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнде.


Читайте нас: