Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Май 2019, 11:28

9 Май мәңге хәтерҙә

Был көн - Рәсәй халҡы өсөн үҙенсәлекле. Календарҙа күңелгә үтеп инерлек хәтирәләр һәм күҙ йәштәре, шул тиклем шат йылмайыуҙар, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе уятҡан башҡа көн юҡтыр ул. 1945 йылдың яҙынан өс сирек быуат тиерлек ваҡыт үтеп бара, быуындар алмашына, күп нимә артта ҡала, ә Совет һалдаты батырлығы йырҙарҙа, телевизор экрандарында, шул йылдарҙың шаһиттары хәтирәләрендә, ата-бабаларыбыҙҙың балалары, ейәндәренең хәтерҙәрендә йәшәй.

Был көндө район халҡы һәм ҡунаҡтар һуғыштан иҫән ҡайтҡан еңеүселәрҙе данлап, хөрмәт күрһәтте. Сәләмәтлектәре ҡаҡшаған сәс сәсле ветерандарға район үҙәгендә һәм һәр ауыл биләмәһендә үткән парад һәм митингҡа барыуы еңел булманы. Сөнки күптәргә һәр аҙым ауырлыҡ менән бирелә. Әммә улар - еңеүселәр быуынынан һәм бирешеп өйрәнмәгән. Күкрәктәренә орден һәм миҙалдар таҡҡан, ҡулдарына ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәһе тотҡан ветерандар 9 Май көндө тәбиғәт барыһына ла бүләк иткән ҡояшлы көнгә, сираттағы Еңеү көнөн күрергә насип булғанға һөйөндө.

Был изге көндө стәрлебаштар фронтта, госпиталдәрҙә һәм һуғыштан һуң вафат булғандарҙы, партизандар отрядтарында алышҡан, концлагерҙарҙа ғазапланып үлгәндәрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Шулай уҡ иртәнән төнгә тиклем станоктар артында, баҫыу һәм фермаларҙа эшләгән, торф әҙерләгәндәрҙе данланы...

Изге традицияға ярашлы, 9.00 сәғәткә Стәрлебаш ауылының Еңеү паркына байрамса матур кейенгән, күкрәктәренә Георгий таҫмалары таҡҡан, ҡулдарына сәскәләр, һауа шарҙары һәм Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡындарының фотоһүрәттәрен тотҡан һуғыш һәм тыл ветерандары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, мәктәп һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы уҡыусылары йыйыла башланы. Һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, ҡояш сағыу нурҙарын һипте, барыһының да йөҙөндә йылмайыу балҡыны. Күптәр ғаиләләре, балалары менән килгәйне. Ҡайһы бер кескәйҙәр һалдат кейеме кейгән. Байрамға килеүселәр ветерандар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Ҡайғылы әсә һәйкәле эргәһендә ҡулдарына автомат тотҡан хәрби кейемдә уҡыусылар ҡарауылға баҫҡан. Ә башҡа тиҫтәләнән уҡыусы тере коридор яһап, һәйкәлгә кәрзиндә тере һәм ҡәнәфер сәскәләре һалған район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечня һуғыштарында ҡатнашыусыларҙы, хеҙмәт ветерандарын, ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәрен сәләмләне...

Һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алғандан һуң, улар, колоннаға теҙелеп, Стәрлебаш ауылының үҙәк майҙанына йүнәлде. Алда флагтар тотоп йәш армиясылар барҙы. Улар артынан - «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусылар ҡулдарына ата-бабаларының фотоһүрәттәрен тотоп ғорур атланы. Билдәләп үтергә кәрәк, йылдан йыл был акцияла ҡатнашыусылар һаны арта. Майҙанда ла туғандарының, һуғыш ветерандарының фотоһүрәттәрен тотҡан стәрлебаштар байтаҡ ине.

Үҙәк майҙанға еткәс, тантаналы йөрөштә ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройҙары Абдулла Әхмәтов һәм Сафа Хәсәновтарҙың бюстарына сәскәләр һалыу өсөн туҡтаны. Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһына сәскә һалыусылар «Үлемһеҙ полк» акцияһында күп һанлы ҡатнашыусылар ойошторған тере коридор аша атланы. Еңеү көнө хөрмәтенә тантаналы митингты район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров асты.

- Беҙ һеҙҙең менән тыныс ваҡытта тыуҙыҡ. Беҙ бер ваҡытта ла сирена тауышын, бомбанан емерелгән өйҙәрҙе күргәнебеҙ булманы. Уларҙы беҙ кинофильмдарҙан һәм фронтовиктарҙың һөйләгәненән генә беләбеҙ. Район территорияһында алыштар барманы, әммә көн дә, һәр сәғәт яҡташтарыбыҙ хеҙмәт батырлыҡтары күрһәтте һәм һуғышта ҡатнашты. Ҡаһарман еңеүселәребеҙгә рәхмәт әйтер, ихтирам һәм һөйөү белдереү өсөн һүҙҙәр табыуы ауыр,- тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт аяуһыҙ, йылдан йыл һуғышта ҡатнашыусылар аҙая. Бөйөк Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте, донъя тарихында уның тарихи ролен лайыҡлы һаҡлау өсөн тап беҙ яуаплы.

Йыйылыусыларҙы шулай уҡ КПРФ район комитеты секретары Мансур Хөббөтдинов, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Альбина Әхмәтшина йылы ҡотланы. Уларҙың һәр ҡайһыһының сығышында: «Өлкән быуын иңдәренә төшкән һынауҙарҙы көслө рухлы, Тыуған илен ихлас һөйгән, ҡыйыу кешеләр генә үткәрә ала. Шул һуғыш тарихыбыҙҙа һуңғыһы, ә күк йөҙө тыныс, аяҙ булһын, ә беҙ ҡабаттан һуғыш булмаһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ» тигән уй-фекерҙәр яңғыраны.

Артабан үҙешмәкәр артистар көсө менән бик матур һәм тамашалы концерт күрһәтелде. Уны «Еңеү көнө» йыры менән Олег Ковтун асты. Бөтә майҙансыҡ һәм ветерандар уны баҫып, күҙҙәре йәшләнеп тыңланы. Район Мәҙәниәт йорто гармунсылары, «Стәрлебаш бөркөттәре» вокаль ансамбленең кесе составы, Флүрә Арыҫланғолова, ветерандарҙың «Серебряночка» вокаль коллективы, Радмир Хәсәнов, «Грация» бейеү коллективы, Венера Аралбаева, Рим Макашев һ.б. йыйылыусыларға үҙҙәренең йырҙарын, бейеүҙәрен, ихлас шиғырҙарын һәм көйҙәрен бүләк итте.

Улар буйһонмаған һәм еңелмәгән еңеүселәр быуынын данлап, хөрмәт күрһәтеп, ихлас күңелдән сығыш яһаны. Ә тағы ла ветерандарҙы һәм теләгән һәр кемде һалдат бутҡаһы һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар. Байрам бөтәһенә лә яҡшы кәйеф һәм киләһе ял көндәренә оптимизм бүләк итте.


Читайте нас: