Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2019, 12:58

Ҡыҙҙар үҙ ирке менән фронтҡа китә

Поезд Өфөгә иртәнге сәғәт биштә килеп туҡтай. Валя күкрәгенә орден һәм миҙалдар таҡҡан бер нисә һалдат менән бергә вагондан төшә.- Ә трамвайҙар нисәлә йөрөй башлай? - тип һорай уларҙың береһе дежурныйҙан. - Улар бында һуғыш башланғандан алып йөрөгәне юҡ.- Ярар. Ҡалаға, ә бәлки, өйгә тиклем йәйәүләп ҡайтып етербеҙ. Ә бына Валяға йәнә поезда Стәрлетамаҡҡа тиклем барып, унан Стәрлебашҡа, артабан - тыуған Никольск ауылына ҡайтырға кәрәк ине. 1945 йылдың август айы. Ул хәрби формала баҫып тора, яурынында - әйбер һалынған тоҡсайы. Уға 22 йәш, һәм шуларҙың өс йылы тиерлек землянкаларҙа, ә өс йылдың 180 көнө һуғыш барған Сталинградта үтә. 18 йәшлек кенә йыҙҙарә, тынлыҡты онотоп, һуғышҡа киттегеҙ. Шул саҡта һәр ҡайһығыҙҙың хатта алмаш кейеме лә юҡ ине.Ярты быуат үткәс Стәрлебаш журналисы уның үҙе һәм хәрби әхирәттәре тураһында бына шундайыраҡ һүҙҙәр яҙа.

Ә 1942 йылда ошо вокзал эргәһендәге тотош майҙансыҡ сағыу төҫлө күлдәктәр кейгән ҡыҙҙар менән тулы була. Башҡортостандан өс меңдән ашыу ҡыҙ үҙ ирке менән фронтҡа китә. Был республиканан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар эшелоны була.

Ошо ҡыҙҙарҙың 25е Стәрлебаш районынан. Валентина Захарова (Субочева), Баныу Фәйзуллина, Мәфтуха Ғатауллина (Хәлимова), Мәрйәм Ғиззәтуллина, Зөбәржәт Байымова, Зәйтүнә Моғаттарова, Зәкиә Яҡупова, Александра Ефремова, Тәслимә Вәлиева (Әлимбәкова), Клавдия Волкова, Бибинур Искәндәровалар һ.б. поезда бергәләп бара.

Эшелон Сталинградҡа юл тота. Оҙаҡ баралар. Ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап та алалар. Ә тәғәйенләнгән урынға яҡынайғас бомба аҫтына ла эләгәләр.

Бер төркөм ҡыҙҙарҙы ҡыҫҡа сроклы уҡытыуға ебәрәләр. Һуңынан уларҙы 67-се армия составында һауанан күҙәтеү, һауа һөжүменә ҡаршы оборона элемтәһе батальонына ҡабул итәләр. Уларҙы «зенитсылар» тип атайҙар, сөнки артиллерия тубы күҙәтеү пункттары эргәһендә тора. Ҡыҙҙарҙан дошман самолетының яҡынлашыуын билдәләп, ошо мәғлүмәтте прожекторсы, артиллеристарға тапшырыу талап ителә.

Бында, Сталинград эргәһендә, улар ҡот осҡос хәлдәрҙе күрә. Уларҙан да ҡурҡынысыраҡ булыуы ла мөмкин түгелдер. Зәйтүнә Моғаттарова хәтерләүенсә, бер ваҡыт дошман айырыуса мөһим объекттарға һөжүм итә. Тотош күк йөҙө фашист самолеттары менән тула. Улар бер-бер артлы һөжүм итәләр, Ер шарында бер ҡасан да бындай һуғыш булғаны юҡтыр... Һуңынан ҡыҙҙар, ергә һыйынып тигәндәй ятып, нисек иҫән ҡалыуҙарын, ошондай тамуҡта аҡылдан яҙмауҙарын үҙҙәре лә аңламай.

Бомба шартлауынан ер тишкеләнеп бөткәндәй була, Сталинград ҡара төтөн эсендә ҡала. Кешеләр ҡысҡырыша, мал-тыуар бер туҡтауһыҙ баҡыра, баҡһаң, бомба ит комбинатына төшкән икән. Нефть базаһы дөрләп яна. Бомба күрше нөктәгә лә эләгә, һәм уларҙың эшелонындағы ҡыҙҙарҙың күбеһе яҡты донъя менән хушлаша.

Ауыр, ҡурҡыныс көндәр дауам итә. Немецтарҙың ғәйәт ҙур төркөмө тар-мар ителеп, әсирлеккә алынғас, һуғыш көнбайышҡа табан йүнәлә. Ҡыҙҙар үҙҙәренең подразделениелары составында юлдарын артабан дауам итә. Әммә Баныу Фәйзуллина менән Мәрйәм Ғиззәтуллина (икеһе лә Стәрлебаштан) ошонда мәңгелеккә ятып ҡала.

Украина, Белоруссия, Польша аша үтеп, күптәр Германияға, Берлинға тиклем барып етә. Гөлсөм Лотфулла ҡыҙы Йосопова (Хәйбуллина) (һүрәттә) һуғышҡа ошо беренсе төркөмдән бер аҙ һуңлабыраҡ, 1942 йылда китә. Сталинград эргәһенә эләгә, әммә һуғыш бында тамамланыуға яҡынлаша. Элемтә батальонында хеҙмәт итә. Уның фронт юлы артабан Украина, Польша, Германия аша үтеп, Берлинда тамамлана. Бихисап ауыр алыштар аша үтә. Маһинур Вәғиз ҡыҙы Хафизова 1942 йылдың ноябрендә фронтҡа китә. 6-сы һауа армияһының 334-се штурм авиаполкы составында һуғыша. Шулай уҡ Берлинға тиклем барып етә. Был полкта уның менән бергә шулай уҡ Мәҙинә Раянова, Зифа Шәнгәрәева, Мәҙинә Бәшировалар (бөтәһе лә Стәрлебаштан) хеҙмәт итә.

Валентина Субочева (ҡыҙ сағында Захарова) бер ваҡыт беҙгә, район гәзите журналистарына, ваҡыт үтеү менән һарғайған фотоһүрәтте күрһәтте.

- Был беҙ атайым Серафим Степанович менән фронтта, - тине ул. - Командование беҙгә бер нисә сәғәт бергә булыу мөмкинлеге бирҙе. Күрше ротанан фотограф төшөрҙө.

Беҙҙең райондан бөтә яугир ҡыҙҙарға ла Еңеүҙе күрергә насип булмай. Юғарыла билдәләнгән Мәрйәм Ғиззәтуллина менән Баныу Фәйзуллиналарҙан тыш, Суфия Ибраһимова (Стәрлебаш), Зиннәтхан Ғилметдинова (Буҙат), Зөбәржәт Байымова (Ҡаранай), Мария Елистратова, Антонина Кожевникова(Стәрлебаш), Һылыу Туҡтарова (Ҡарағош), Миңһылыу Ибраһимова (Айтуған) һәләк була.

Әйткәндәй, Стәрлебаш ауылында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Резеда һәм Юнир Хәсәновтар йыл һайын Мәрйәм Ғиззәтуллина һәм Баныу Фәйзуллиналар ерләнгән Волгоград өлкәһенең Озерки ауылына барып, туғандар ҡәберлегендәге һәйкәлгә сәскә һалалар. Баныу Фәхретдин ҡыҙы Резеда Мөҙәрис ҡыҙының инәйе.

Ә һуғыштан ҡайтҡан яугир ҡыҙҙар һәр ваҡыт тыйнаҡ була. Улар бер ваҡытта ла үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй. Әммә улар быға лайыҡ. Улар һуғыш тураһында һөйләргә яратмай, сөнки ҡайғы-хәсрәт, юғалтыу һәм ғазапланыуҙарҙа бер ниндәй ҙә матурлыҡ юҡ. Матурлыҡ - яҡшы киләсәккә ышанып, Бөйөк Еңеү өсөн үҙен ҡорбан иткән кешеләрҙең күңелендә.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: