Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2019, 13:00

Уларҙың ҡаһарманлығы риүәйәткә тиң

Стәрлебаштың Еңеү паркында тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл ҡуйылырға тейешБеҙҙең бөйөк байрамыбыҙҙың һулышы алдан уҡ һиҙелә башлай.- Бына йәнә май яҡынлаша, - тине миңә апрель айында Стәрлебаштан яугир Фәйзулла Биктимеров уйсан ғына. - Күңелдә йәнә хәтирәләр уянып, йөрәкте әрнетәсәк. Күпме ауыр йылдар, ҡайғы-хәсрәт һәм михнәт кисерергә, бик күп һынауҙар аша үтергә тура килде.Фәйзулла Арыҫланбәк улы Воронеж эргәһендә, Курск дуғаһында, Украина, Польшалағы һуғыштарҙа ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.Иҫән булһалар, ошондай күңел әрнетерлек хәтирәләр тураһында һүҙҙәрҙе башҡа яугирҙәр ҙә әйтер ине, әлбиттә.

Кешелек тарихында шул ҡот осҡос һуғыш тураһында күптән китаптар яҙылған, йырҙар йырланған. Ошо фажиғә тураһында яңы ғәҙел биттәрҙе оҙаҡ көтөргә тура килер, моғайын. Бәлки, улар булыр һәм үҙенә барыһын да һыйҙырыр.

Көтәбеҙ. Ә әлегә ғүмеребеҙ менән бурыслы булғандарҙың барыһына ла - һуғыш аша үткәндәргә лә, яу яландарында башын һалғандарға ла ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп, уларҙы ҡабат-ҡабат иҫкә алайыҡ.

Ә тағы ла тылда илебеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарғандарҙы ла иҫкә алайыҡ.

Тылда хеҙмәт итеүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте (ә был ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, 12-14 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар) дөйөм Еңеүҙе яҡынайта.

- Шул йылдарҙы иҫкә төшөрәм дә нисәнсе тапҡыр кешеләрҙең ҡыйыулығына хайран ҡалам, - тигән уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты күптән түгел Стәрлебаш ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Хайрат инәй Арыҫланова. - Тылда ла бит аслыҡ-яланғаслыҡ, ауырыуҙар, яҡын кешеләреңде юғалтыу ҡайғы-хәсрәте менән көрәштеләр. Иң ауыр эштәрҙә эшләп, арып-талып аяҡтан йығылдылар, әммә туҡтап ҡалмайынса, эштәрен дауам иттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар, малай-шалай, ҡыҙҙар һәм ҡарт-ҡоро ошо ҡот осҡос ауырлыҡты үҙ иңдәрендә тартты.

«Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!» - был һүҙҙәр һуғыш йылдарында завод һәм фабрика цехтарында эленеп торған лозунг, фронтҡа киткән атаһының ҙур кәпәсен кейгән тырпайған сәсле малайҙың идара иткән икмәк тейәлгән колхоз машинаһында алһыу төҫлө транспарант ҡына түгел, ә илдең бөтә мөйөштәрендә доға кеүек йәнә һәм йәнә ҡабатланған ҡеүәтле халыҡ ораны була.

«Бөтәһе лә фронтҡа!» был шул ваҡытта үҙеңә бер нимә лә тейеш түгел тигәнде аңлата. Тылда бик аҙ ризыҡ ҡалдырыла, уныһы ла киләһе ынтылыш өсөн генә. Һәм бөтә һуғыш буйына һуҙылған был ынтылыш 1418 көн һәм төн дауам итә. Күпме түҙемлек кәрәк булған! Әйҙәгеҙ ошо турала ҡат-ҡат уйланайыҡ.

Ун биш йыллап элек ветерандарҙың береһе әңгәмәләшкәндә шундай һүҙҙәр әйтте:

- Йәнәшәлә йәшәгән кешеләрҙең йөҙҙәренә текләп ҡарайыҡ. Бына ошо оло йәштәге ҡатын - йәйҙең оҙон көнөндә иген урып, ауыр ҡул эшенән күҙҙәре томаланған шул саҡтағы меңдәрсә ҡыҙҙарҙың береһелер, бәлки. Йәки икенсеһе, яҙғы бысраҡта бер нисә тиҫтә километр иген орлоғо һалынған 20 килограмлы тоҡто иңендә күтәреп барған ҡатындыр. Йәки ул 15 йәшендә бригадир булған һәм бәләкәй сағынан бурыс һәм яуаплылыҡ төшөнсәләрен аңлаған иртә өлкәнәйгән һуғыш балаларының береһелер. Ә бына был ир-егет балаҡтарын төрөп, ялан аяҡ үгеҙ егеп ер һөргән, тырматҡан шул саҡтағы 13 йәшлек үҫмерҙәрҙең береһелер, бәлки. Уға ла «рәхмәт» әйтәйек.

Ауыл һуғышҡан армияны туйындыра. Ул сәнәғәт төбәктәренә астан үлергә бирмәй, өҫтәүенә үҙе картуф, төпрә, көрпә һәм үлән ашап тамаҡ туйҙыра.

Генерал һәм маршалдар ғына һуғышты еңмәй, һалдат һәм офицерҙарҙы туйындырған һәм кейендергән, ҡала һәм заводтарҙы сеймал һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән кешеләр ҙә дошманды еңә.

- Стәрлебашта ла тыл хеҙмәтсәндәренә мотлаҡ һәйкәл ҡуйырға кәрәк, - тип уртаҡлашты фекерҙәре менән район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов. - Хәҙер иһә аныҡ эштәргә күсергә кәрәк. Әйткәндәй, эш башланды. Һәйкәлдең эскизы әҙер. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Зөфәр улы Туҡтаров уның менән танышып, хупланы.

Һәйкәлде Еңеү паркында ҡуйыу билдәләнгән. Уны Стәрлетамаҡта эшләтеү һәм һәйкәл урынын төҙөкләндереү өсөн аҡса кәрәк. Кәлимулла Хәйрулла улы билдәләүенсә, халыҡ та аҡса йыйышып, ошо изге эштә әүҙем ҡатнашыр тип ышанабыҙ.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.


Читайте нас: