Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2019, 13:30

Хуш еҫле мастер-класс шәп үтте

Имбир перәниктәре бер нисә быуат инде традицион тәм-том һанала. Һәр бала фабрикала бешерелгән биҙәкле перәникте ҡулына алғас, уны нисек шулай матур биҙәйҙәр икән тигән һорау барлыҡҡа килә. Һәм ул ошо эштә ҡатнашып, унда ниндәйҙер мөғжизәле биҙәк төшөрөп ҡарарға хыяллана...

Бына беҙ кондитер Земфира Тихонова менән бергәләп имбир перәниктәрен биҙәү буйынса хуш еҫле мастер-класс үткәреп Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә белем алған балаларҙың фантазияһын тормошҡа ашырырға ҡарар иттек!

Занятиела ҡатнашыусыларға өсәр перәник, биҙәү өсөн ниндәй ҙә фантазияны тормошҡа ашырырға ярҙам иткән биҙәү әйберҙәре таратылды. Һәр эштәге кеүек үк, беҙ ябайҙан ҡатмарлыға күстек. Беренсе этапта материал менән танышыу булды. Балалар перәникте төрлөсә биҙәргә өйрәнде. Икенсе этап - буяуҙарҙы ҡатыштырыу, һайлау, тура килтереү, перәниккә биҙәгесте тигеҙ һәм бөхтә итеп һыларға кәрәк ине, ә ул шундай тәмле! Өсөнсө перәниктә йәш кондитерҙар өйрәнгән матур техниканы берләштерҙе, был этап «фантазиялар осошо» тип аталды. Һөҙөмтәлә, балалар матур ҡапҡа һалынған өс үҙенсәлекле, матур итеп биҙәлгән перәниккә эйә булды, уны бүләк итергә йәиһә яҡындарың һәм туғандарыңдың маҡтау һүҙҙәрен ишетеп, кисен сәй эскәндә ашарға мөмкин.

Перәниктәрҙе биҙәү буйынса мастер-класс - моториканы, фантазияны һәм художестволы алымдарҙы үҫтереү ул! Дәрес бик шәп үтте!


Ләйлә АБАЙҘУЛЛИНА, Балалар сәнғәт мәктәбенең

беренсе категориялы преподавателе.
Читайте нас: