Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2019, 10:00

Генерал үҙе уға орден тапшыра

Ун туғыҙ йыл ваҡыт үтте, әммә мин һаман да шул көндө, уның менән осрашыуҙы һәм уның тормошо, шул иҫәптән хәрби юлы тураһында һөйләүен, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыуын моңһоуланып иҫкә алам. Шул ваҡытта гәзиттә уның хәтирәләрен баҫтырып сығарып булмағанға һаман да үҙемде ғәйепле кеүек хис итәм. Һәм бына ошолар йәнә иҫкә төштө, ни ғәжәп, теге ваҡыттағы блокнот та һаҡланған. Шуға күрә ваҡытында эшләнеп бөтмәгән эште еренә еткереү теләге тыуҙы.

Иван Сергеевич шул ваҡытта өсөнсө йыл район үҙәгендә бәләкәй ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй ине. Ҡарттар бында ауылдан күсеп килгәйне. Улар тураһында хәстәрлек күрәләр, йәшәү шарттары ла яҡшы. Ҡайһы саҡ уйланып ултырғанда тыуған ауылы иҫкә төшһә, бер аҙ моңһоуланып та ала. Шул ваҡытта Новоивановка ауылында биш йорт ҡына ҡала һәм, нигеҙҙә, унда пенсионерҙарҙан торған ғаиләләр йәшәй. Ә бит ҡасандыр ҙур ғына ауыл була - 100 йортҡа тиклем иҫәпләнә. Урамда һәр ваҡыт йырҙар яңғырап тора.

Ошо ауылдан 1938 йылда 20 йәшлек Иван Глазков армияға алына. Китер алдынан Иван менән Марфа кисен йорт алдындағы эскәмйәлә ултыра. Ауыл өҫтөндә алтын суҡтар кеүек йондоҙҙар емелдәй. Марфа иренә яҡыныраҡ һыйынып ҡына: «Үҙеңде һаҡла инде», - ти шым ғына. «Юҡҡа борсолма әле, һуғышҡа ебәрмәйҙәр ҙә инде», тип яуап бирә уға Иван.

Ул иртә өйләнә. Ауыл һылыуҡайы Марфаны үҙенә ғашиҡ итеп, башын әйләндерә. Ҡыҙ үҙе лә егетте бик оҡшата. Шуға күрә туйҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡарар итәләр.

Хәҙер бына Марфушам да эргәмдә юҡ, тип моңһоуланып ала ҡарт. Бер йыл элек уны яңғыҙ ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.

Шул саҡта, 1938 йылда, армияға оҙатыу ҡыҫҡа була. Иртән-иртүк Иван район үҙәгенә юллана. Унан - Өфөгә. Артабан Хабаровск крайына. Төҙөлөш батальонына эләгә. Күперҙәр һәм башҡа объекттар төҙөйҙәр.

1940 йылда өйөнә ҡайта. Әммә бер йыл да үтмәй һуғыш башлана. Бер айҙан саҡыртыу ҡағыҙы ала. Тәүҙә Мәскәүгә эләгә. Ҡот осҡос алыштар. Бында немецтарҙың ғәйәт ҙур төркөмө тар-мар ителгәс, уларҙың полкын Воронеж эргәһенә күсерәләр, бында ла шулай уҡ ҡан ҡойғос алыштар башлана. Сержант Глазков шул ваҡытта 219-сы уҡсылар дивизияһы составында саперҙар бүлеге командиры була. Сапер ғүмерендә бер тапҡыр ғына хаталана, тигән һүҙҙең мәғәнәһен яҡшы аңлай.

Алыштарҙың береһендә Глазковтың аяғына пуля эләгә. Бер ай тирәһе ялан госпиталендә дауалана. Артабан үҙенең часына ҡайта. Бында ла хәл еңелдән булмай. Бер алышта Глазковтың бүлеге башҡаларҙан айырыуса айырыла. Уны II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләйҙәр.

1943 йылдың ҡышында дошманға төрлө урындарҙа ҙур һөжүм яһала. Шул иҫәптән Воронеж эргәһендә лә. Көнбайышҡа табан баралар. Саперҙарҙың бурысы - танкыларҙы оҙатып барыу, йәғни уларға юлды миналарҙан таҙартып, хәрби машиналар үтһен өсөн юлдарҙы асырға тура килә. Был оҫталыҡ, ғәйәт ҙур түҙемлек һәм үҙеңде ҡулда тота белеүҙе талап итеүсе бик ауыр бурыс була.

Глазковҡа Курск дуғаһында ла алыштарҙа ҡатнашырға тура килә. Шундай хәл була. Алыш мәлендә взвод командиры һәләк була. Глазковҡа командованиены үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Һуңынан уны ошо вазифала ҡалдырып, кесе лейтенант званиеһы бирәләр. Курск алышында Иван контузия ала. 25 көн госпиталдә ятҡандан һуң шул ваҡытта I Украина фронты составында булған үҙенең дивизияһына йәнә ҡушыла. Бында Глазков үҙенең иҫәп буйынса икенсе - Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ала.

Черниговта яңынан формалаштырылғандан һуң дивизия Белоруссияға юл тота. Ул ваҡытта Совет ғәскәрҙәре дошманды көнбайышҡа табан ҡыуа, әммә һуғыштар бик ҡаты бара.

1944 йылдың йәйендә Глазковты батальон командиры үҙенә саҡырып ала.

- Бик мөһим бурыс бар, - ти ул.

- Һуғышта, иптәш капитан, бөтә заданиелар ҙа мөһим, - тип шаяртып булыша Глазков.

- Әммә был үҙенсәлекле, стратегик характерҙағы задание тип әйтергә була, - тип йомшаҡ ҡына төҙәтә уны комбат. - Аполь йылғаһы аша сыҡҡан урынды минанан таҙартырға кәрәк. Һеҙҙең взвод ошоноң менән шөғөлләнергә тейеш. Операцияның уңышы быны ни тиклем тиҙерәк эшләүегеҙгә бәйле.

Взвод заданиены үтәй. Бынан һуң взводсыны дивизия командиры, генерал-майор А.Коваленко үҙе күрергә теләй.

- Йә, һөйлә. Исемең нисек, ҡайһы яҡтан? - тип ҡыҙыҡһына ул.

- Иван Глазков. Башҡортостандан, Ивановка ауылынан.

Тағы ла нимәлер тураһында һорашҡас:

- Ивановканан Иван тимәк, бына нимә. I дәрәжә Ватан һуғышы орденын алырһың. Званиең буйынса ла үрләтербеҙ. Лейтенант булырһың. Взводыңдағы башҡа яугирҙәрең дә бүләкләнәсәк, - ти.

Литвала көтмәгәндә ике туған ағаһы Алексей менән осраша. Осрашыу ҡыҫҡа була. Һуңынан Алексейҙың һәләк булыуын ишетә. Ивандың бер туғаны - танкист Александр Глазков та һәләк була.

Һуғышты Иван Чехословакияла тамамлай.

Яугир ауылына ҡайта һәм шунда уҡ эшкә тотона. Артабан тиҫтәләрсә йылдар Ленин исемендәге колхозда һарыҡ фермаһында тырышып, намыҫлы эшләй.

***

Бер мәл Иван Сергеевич менән көҙ көнө баҡсала әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Һуғыш йылдары тураһында уға һөйләүе ауыр ине.

- Шул йылдарҙа күп ауырлыҡтар һәм һынауҙар кисерергә тура килде, - тине ветеран. - Башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр ҙә булды. Шул йылдарҙы онотоп булмай һәм иң мөһим теләгем бер - бөгөнгө һәм киләһе быуынға бер ваҡытта ла шундай һынауҙар кисерергә тура килмәһен.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

Фото Глазковтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: