Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Май 2019, 14:00

Балаларҙы тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтәбеҙ

Кешеләр тәбиғәтте үҙләштерә, уны үҙгәртә һәм үҙҙәре лә үҙгәрә. Тәбиғәт менән аралашыу, уның тураһында хәстәрлек күреү, байлыҡтарын арттырыу кешенең үҙен байыта, уны патриотик, эстетик, эмоциональ, әхлаҡи тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Хөрмәтле ата-әсәләр, тормош үҙе һеҙҙе балаларығыҙҙы иртә йәштән үк тыуған тәбиғәттең матурлығын һәм байлығын аңларға, ҡәҙерен белергә өйрәтергә саҡыра. Уға һөйөү тәүге тапҡыр саф һауала йөрөүҙән барлыҡҡа килә. Балаларҙың тәьҫораттары, ғәҙәттә, иң көслөһө, шуға күрә бала саҡтан уҡ үҙләштерелгән тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм уға һаҡсыл ҡарашты бала, ә киләсәктә өлкән кеше, ғүмер буйына күңелендә һаҡлай. Өҫтәүенә, тәбиғәт менән аралашыу бала өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә - һаулыҡ сығанағы. Уның менән урманға йәки паркка барғанда тирә-яҡта тормош ҡайнауына иғтибар итегеҙ: бына сәскәгә матур күбәләк ҡунды, бына ҡырмыҫҡа һалам бөртөгө ташый, ә бына бер ҡошсоҡ осоп бара.

Балаларҙы күҙәтергә өйрәткәндә, шул уҡ ваҡытта уларға тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм һаҡсыл ҡарашты ла өйрәтеү зарур. Ә был ҡағиҙәләр ярайһы уҡ еңел. Паркта юлдан йөрөргә кәрәк. Иҫеңдә тот: үләндә бәләкәй йән эйәләре күп, уларға яңылыш баҫырға мөмкин. Сәскәләрҙе өҙмә, ә уларҙың матурлығына һоҡлан - өҙөп алынған үҫемлектәр тиҙ һулый һәм орлоҡ бирмәйәсәк. Был үҫемлектәрҙең күптәре Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.

Күбәләктәр һәм башҡа бөжәктәрҙе тотма, улар тәбиғәтте матурлай һәм үҫемлектәрҙе һеркәләндерә. Ҡырмыҫҡа иләүен боҙма. Улар иләүҙәрен бәләкәй генә ботаҡ, һалам бөртөгө менән төҙөгән. Онотма: ҡырмыҫҡалар - урман санитарҙары. Сүп-сарҙы урманда, паркта ҡалдырма - был йәнлектәр йорто, унда таҙа булырға тейеш.

Усаҡты махсус әҙерләнгән урында ғына яҡ, ә һуңынан ышаныслы итеп һүндер - усаҡтан һуң ерҙә биш йыл бер үҫемлек тә үҫмәй. Ашарға яраҡһыҙ бәшмәктәрҙе тапама. Ул ҡырағай хайуандар өсөн аҙыҡ һәм дарыу.

Ата-әсәләрҙең бурысы баланы тәбиғәтте аңларға һәм яратырға өйрәтеү генә түгел. Баҡ тиһәң, был бик аҙы ғына. Балаларға тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең кәрәклеген һәм мөһимлеген, тыуған ер тәбиғәтен һаҡлау һәм яҡшыртыу эшенә үҙ өлөшөн индереү зарурлығын аңлатыу мөһим. Бының өсөн кәрәкле тәүге оҫталыҡтарҙы кескәй ғаиләһендә, иртә йәштән гөл-сәскәләрҙе, ата-әсәләре менән йортта ағас-үҫентеләрҙе тәрбиәләгәндә ала.

Балағыҙға уның хеҙмәтенең әһәмиәтлелеген аңлатһағыҙ, тәрбиә һөҙөмтәһе күберәк булыр. Хеҙмәтенең файҙалы булыуын күрһә ул дәртләнеп һәм мауығып эшләйәсәк.

Шул саҡта үҙе ултыртып-үҫтергән сәскәләрҙе өҙөргә, ағас-ҡыуаҡтарҙы һындырырға баланың ҡулы күтәрелмәйәсәк.

Гүзәлиә ҒӘЛИЕВА, 1 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: