Һуғыш халҡыма бик күп ҡайғы килтерҙе. Минең йөрәгемдә лә ул күп онотолмаҫ яралар ҡалдырҙы. Шуларҙың иң тәрәне - бер туған Фәрит ағайымды юғалтыу.
1941 йылдың 22 июне. Стәрлебаш районының «Аҡ шишмә» колхозы рәйесе Ғаяз ағай Заһиҙуллин йыйылған халыҡҡа Германия беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башланы тигән ҡот осҡос хәбәр еткерҙе. Икенсе көндө Таллыҡ ауылы ир-егеттәренә лә повесткалар килә башланы.
Июль айында ун һигеҙе лә тулмаған Фәрит ағайыма ла килде ул. Бөгөнгөләй хәтеремдә, уны һәм уның ике йәштәшен бөтә ауылыбыҙ менән оҙаттыҡ. «Фәрзәнә һеңлем, һин хатты туҡтатма, көн дә көтөрмөн», тине ағайым. Өләсәйем ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине, уның эргәһенә үк барып, мин ҡайтҡансы үлмә, өләсәй, тип көлдөрҙө.
Герман тейә тәңкәгә, тип йырланылар егеттәр ауылдан сыҡҡанда.
Һаубуллашып ҡалған ауылдаштар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар әле бик үк аңлап та етмәйҙәр төҫлө, үлеп ҡалыуҙары ла мөмкин тип күҙ алдына килтермәйҙәр - ил менән күтәрелеп, тиҙ арала дошманды тар-мар итеп әйләнеп ҡайтырҙар тип өмөтләнәләр. Юҡ, улай булманы шул...
Ағайым август айында Свердловск ҡалаһынан өс хат яҙҙы. «Мунса индерҙеләр, бер укол ҡаҙанылар, эске кейем бирҙеләр, ашау әлегә яҡшы. Яҙһаң, һүҙ күп, бында иҫ киткес хәлдәр, яҙырға рөхсәт ителмәй», тигән. «Хәҙер өйгә ҡайтыуға өмөттө өҙҙөк», тип яҙған икенсе хатында. «Тәртип бик ҡаты. Оҙаҡламай фронтҡа ебәрәләр тигән хәбәр бар», тип яҙған 25 августа. Ул уның һуңғы хаты ине. Тәүге айҙарҙа уҡ Гитлерҙың ҡоторған, һуғыштың бик ҡаты барған сағында, 1942 йылдың ғинуарында танкта урынлашҡан пулемет өҫтөнә ултырып һуғышҡа инеп барған сағында, уны ҡаршы килгән машинала ултырған ауылдашы Заһиҙуллин Бакир ағай күреп ҡалған. Һуғыштан ҡайтҡас һөйләне ул. Шул күреүендә үк дошман пуляһынан Фәрит ағайымдың ғүмере өҙөлә. 19 йәше менән барған йәш һалдаттың киләсәккә уй-хыялдары, матур, бәхетле тормош бер миҙгелдә селпәрәмә килә, өмөттәр өҙөлә.
1942 йылдың ғинуар айында ҡара хәбәр алдыҡ: «Йәш һалдат үҙ Ватанын һаҡлап башын һалды», тип яҙылған ине. Ҡыҙғаныс, Фәрит ғайымдың инде был донъяла булмауына оҙаҡ ышанмай йәшәнек. Бына хәҙер өйгә килеп инер ҙә, ҡулына яратҡан гармунын алып уйнар, йырлап та ебәрер кеүек ине. Уны ауылда күңелле, аралашыусан холҡо өсөн барыһы ла яратты.
Оҙаҡламай атайыма ла повестка килде. Ул һуғышҡа китеү менән Фәрит ағайымдың үлеүе тураһында хәбәрен алдыҡ. Йыл ярым тигәндә атайҙың да һәләк булыуы тураһында белдек. Шулай итеп, 43 йәшлек атайыбыҙ һөйөклө балаларының үҫкәнен дә күрә алмайынса, әле донъяның матурлығын күреп тә өлгөрмәгән 19ҙы ла тулмаған Фәрит ағайым ил өсөн, яратҡан Ватаныбыҙ өсөн яу ҡырҙарында баштарын һалдылар.
Ә күпме ғаиләлә ҡанлы йәш түгелде. Бер бәләкәй генә Таллыҡ ауылынан һуғышҡа 38 кеше алынып, 32һе вафат булды, тип иҫтә ҡалған.
Миңә 93 йәш. Ҡарт кешенең, киләсәге булмағанға күрәлер инде, гел үткән ғүмерҙе уйландыра, сөнки ошо әсе һуғыш арҡаһында шатлыҡтар бик аҙ булды. Ишелеп-ишелеп ҡайғы-хәсрәт килә башланы. Атай ҙа, ағай ҙа вафат, мал бөттө, илгә аслыҡ-яланғаслыҡ килде. Әсәйемдең айына ете һум алған пособиеһына йәшәйбеҙ, әсәйҙә дүрт бала. Һуғыш бөткәс тә халыҡ ас булды. 47-се йылдың яҙында әсәй ҙә, 45 йәшендә, аслыҡтан донъя ҡуйҙы. Бәләкәй туғандарыма ун һәм алты ғына йәш ине, уларҙы һуңынан Тәтер-Арыҫлан балалар йортона тапшырҙылар. Өйөбөҙҙөң уттары һүнде, тәҙрә төбөндә гөлдәр шиңде, ҡапҡалар терәп ябылды, беҙ - иҫән ҡалғандар, төрлө ерҙәргә таралыштыҡ.
Бер нисә йыл элек кенә, балаларым, кеше аҡылының ғәжәпләнерлек бик юғары нөктәһе булған Интернет тигән нимә ярҙамында ағайымдың да, атайымдың да ерләнгән урындарын табып ҡыуандырҙылар. Ағайым - Тверь, атайым - Ленинград өлкәләрендә ерләнгән икән. Хөкүмәтебеҙгә, берәү ҙә онотолоп ҡалмаһын тип сайт булдырған битараф булмаған кешеләргә, һәләк булғандарҙың аныҡ иҫәбен алып барғандарға ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм.
Бик күп йылдар үтте, әммә әле лә йөрәгем әрней. Туғандарымды онота алмайым. Фәрит ағайымдың йәш сағында төшкән фотоһына ҡарайым. Шул саҡ ул миңә: «Мине онотма!», тип әйтә кеүек. Нисек онотайым мин һине? Һин минең йөрәгемдә мәңге юйылмай торған яра. Йәш быуындар һуғыш тураһында дөрөҫлөктө белһендәр һәм еребеҙҙә яңынан ошондай бәлә-ҡазаларға юл ҡуймаһындар өсөн һеҙҙең турала, ҡәҙерле ағайым менән атайым, үҙемдең балаларыма, ейәндәремә һөйләйем.
Фәрзәнә КӘРИМОВА. Стәрлебаш ауылы. Фотолар З.ӘМИНОВА тарафынан бирелде.