Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2019, 12:01

Яҡташы менән бер ротала (Булған хәл)

Ғәҙәттә баҫалҡы холоҡло Владимир ҡыйыулығын туплап, рота командирынан:- Һеҙ, иптәш өлкән лейтенант, ҡайһы яҡтан, йәғни ниндәй тарафтарҙан? - тип һорай.- Мин Башҡортостандан. Бәләбәйҙән.

- Улай булғас беҙ бит яҡташтар, - тип йылмая 19 йәшлек Владимир.

- Ҡайҙа йәшәнең? Ҡалаламы, ауылдамы?

- Ауыл егете мин. Стәрлебаш районының Ҡараяр ауылынан.

- Миңә батальон командирына барып килергә кәрәк, ә һин, Амелин, мине ошонда көт. Әңгәмәбеҙҙе дауам итербеҙ, - тип ашығып китә өлкән лейтенант.

Ярты сәғәтләп ваҡыт үткәс кире килә.

- Задание бар, - ти ул. - Ана алда ике янған танкыны күрәһеңме? Уларға ике километрлап ара барҙыр, моғайын. Күренмәйенсә генә уларҙың эргәһенә барып, немецтарҙың оборонаһының алғы һыҙығының нисек урынлашыуын өйрәнергә һәм бөтә деталдәрҙе рация аша хәбәр итергә кәрәк. Хәүеф бар, атыуҙары ла мөмкин. Үҙеңә бер иптәш алырһың. Бойороҡ аңлашыламы?

- Аңлашыла!

- Уңыштар һиңә, яҡташ.

Заданиены үтәйҙәр. Кәрәкле мәғлүмәт табалар. Икеһен дә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләйҙәр.

Владимирҙы армияға 1942 йылда саҡырталар. Брянск, Үҙәк, 1-се Украина фронты. Ҡаты алыштар.

Танк механигы - водитель Сергей Колчин уның өсөн бер туғандай була. Бер ваҡыт Лучк ҡалаһы эргәһендә алышта батальон көслө атыуға эләгә. Уларҙың танкы яна башлай. Экипаж шулай ҙа сығып өлгөрә. Әммә шул саҡ дошман ярсыҡтары Колчинды яралай. Владимир йүгереп килеп етә.

- Түҙ, Серега, мин ярҙам итәм.

Санитарҙар килеп еткәнсе 500 метрлап уны һөйрәп алып бара.

Дауаланғандан һуң Колчин батальонға ҡайта. Ул быны нисек эшләгәндер, береһе лә белмәй. Икәүләп Германияға тиклем барып етәләр. Франкфурт - на-Одере ҡалаһын алғанда Амелин радист-пулементсы булған уларҙың танкы беренсе булып ҡалаға килеп инә. Экипаждың бөтә ағзаларын III дәрәжә Дан орденына күрһәтәләр. Ә быға тиклем Владимир «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Демобилизацияға ваҡыт етә. Владимирҙы рота командиры Маношин эҙләп таба:

- Ярай, яҡташ, иҫән-һау ҡайтып ет. Тыуған яҡтарға минән сәләм әйтерһең. Ә мин хеҙмәт итеп ҡалам. Шулай кәрәк.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: