Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2019, 11:52

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын билдәләнек

1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы хөрмәтенә тантана район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үтте. Көн һалҡынса булыуға ҡармаҫтан, унда ярайһы уҡ күп халыҡ йыйылды.

Стәрлебаштар яратҡан бьайрамдарын лайыҡлы ҡаршыларға тырышты. Байрам алдынан төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләре үткәреп, ауылдарҙа таҙалыҡ һәм тәртип булдырыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне. Төрлө төҫтәге флагтар менән биҙәлгән биналар, ихаталар шулай уҡ байрамса мөхит булдырҙы, яҡшы кәйеф бүләк итте.

Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров йылы ҡаршыланы.

- Беҙҙең заман беренсе майҙы яңы мәғәнә менән тулыландырҙы, әммә ул, иң элек, хеҙмәт, ғаиләһе, район һәм ил мәнфәғәтендә эшләгән кешегә хөрмәт байрамы булып ҡала, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы. Коммунистар партияһы рәйесе Фәрғәт Шаһиморатов һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Альбина Әхмәтшина йыйылыусыларға сәләмәтлек, хеҙмәт уңыштары, яҡшы кәйеф һәм ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр теләне. Ә тағы ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре балаларҙы шатландырып, партия логотибы менән һауа шарҙары таратты.

Артабан район Мәҙәниәт йорто, Балалар ижад йорто, Балалар сәнғәт мәктәбенең үҙешмәкәр коллективтары матур һәм тамашалы концерт күрһәтте. Тамашасылар йәштәр, шулай уҡ ветерандар башҡарыуында дәртле бейеүҙәрҙе рәхәтләнеп ҡараны, моңло йырҙар тыңланы. Сара аҙағында, нигеҙҙә балалар, спорт уйындарында ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр алды. Көндөң көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, байрам матур үтте тип ышаныслы әйтергә мөмкин! Һәм ошо көндәге кеүек үк, һәр ваҡыт күңелдәребеҙҙә мәңге яҙ, өйҙәребеҙҙә тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булһын.


Читайте нас: