Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2019, 11:45

«Туҡай моңдары»нда Айҙар үҙен күрһәтте

18 апрель көндө Өфөнөң «Нур» татар театрында «Туҡай моңдары» етенсе республика шиғыр һөйләүселәр конкурс-фестиваленең йомғаҡлау тантанаһы үткәрелде һәм еңеүселәрҙе бүләкләү булды. Ағымдағы йылда ул республикабыҙ тормошонда әһәмиәтле ваҡиға даирәһендә үткәрелде - 17-18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәре уҙҙы. Конкурстың финал этабына саҡырылыусылар «Нур» Өфө дәүләт татар театры алдында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыуҙа ҡатнашты, бында сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов сығыш яһаны.

Конкурсҡа яҡынса 500 заявка тапшырылды. Беренсе (онлайн) турҙа республиканың белем биреү учреждениеларының 1-11 класс уҡыусылары ҡатнашты, һәр ҡайһыһы сығышы менән видеоматериал күрһәтте.

Конкурс жюри ағзаларына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мәхмүт Фәтихов етәкселек итте. Икенсе турға Башҡортостандың 32 районы һәм ҡалаһынан 71 кеше саҡырылды. Беҙҙең райондан һайлап алыу турын рус телендә Ғ.Туҡайҙың «Странная любовь» шиғыры менән 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 7б класы уҡыусыһы Айҙар Маннанов үтте. Әҙәби образ булдырыу оҫталығы, сәхнәлә мөләйемлеге, башҡарыусанлыҡ техникаһы менән Айҙар жюри ағзалары йөрәген әсир итте. Ул «Туҡай төрлө телдәрҙә» номинацияһында еңеү яуланы һәм уға I дәрәжә Дипломы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Айҙар Ғ.Туҡайҙың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарыусылар иҫәбендә конкурсты ябыу тантанаһында ла сығыш яһаны. Финал конкурсы һәм тантаналы бүләкләү «Нур» театрының кесе залында үтте. Зал ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм әҙәбиәт, тасуири уҡыу сәнғәтен һөйөүселәр менән тулы ине.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Илшат Насипов ҡатнашты. Бүләкләү тантанаһынан һуң барыһы ла Ғабдулла Туҡай һәйкәле эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төштө.

Сара йәш шиғыр һөйләүсе йөрәгендә онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Айҙарҙы ысын күңелдән ҡотлап, киләсәктә уға яңынан-яңы сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

Айгөл ЙӘРМИЕВА, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: