Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2019, 12:06

Сәнғәт беҙгә шатлыҡ бүләк итә

Оҙаҡламай барлыҡ уҡыу учреждениеларында һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ, һәм уҡыу йылын тамамлар алдынан йомғаҡ яһау, башланған эштәрҙе тамамлау, уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларҙың ниндәй үрҙәргә ирешеүен күрһәтеү мөһим. Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусы балалар ҙа йылдан-йыл сәнғәт үрҙәренә үрмәләне. Быйылғы йыл уларҙың иҫендә ҡалып, тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыуы мөһим. Ҡояшлы апрель көндәренең береһендә район Мәҙәниәт йортонда Балалар сәнғәт мәктәбенең йыл һайын үткәрелеүсе отчет концерты-күргәҙмәһе булды, ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланды һәм, ғәҙәттәгесә, тамашасыларға эшебеҙҙең һөҙөмтәһен сағыу һәм тамашалы итеп күрһәтте.

Концерт башланыр алдынан йыйылыусылар художество бүлегендә белем алыусыларҙың күргәҙмәһен ҡараны. Уларҙың преподавателдәре Ләйлә Абайҙуллина һәм Гөлнара Кинйәбулатова уҡыусыларҙың ижади эш экспозицияларын әҙерләне, сәхнәне шарҙар һәм декорациялар менән биҙәне һәм улар барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Концертты сығыш яһаусыларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары, дуҫтары һәм теләгән һәр кем ҡарарға килде. Залда балалар бик күп ине. Концертта мәктәп уҡыусылары һәм преподавателдәр ҡатнашты. Унда иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, уҙған йылда балаларҙың нимәгә өйрәнеүе - таланттары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм төбәк конкурстарында юғары баһаланған башҡарыусыларҙың сығыштары яҡтыртылды. Коллектив сағыу тамаша әҙерләне, улар араһында музыка ҡоралдарында оҫта уйнау, матур хор, халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеү номерҙары булды.

Кис дауамында ҡыҙҙар һәм малайҙар тамашасыларҙы һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары өсөн бик күп көс һәм энергия һалған преподавателдәрҙе һөйөндөрҙө. Уларҙың сығыштарын тамашасылар йылы ҡаршыланы һәм көслө алҡыштарға күмде. Кисәне преподаватель Людмила Давыдова һәм баян класында белем алыусы Камил Ғәлиев алып барҙы. Концерт бер тында үтте. Уны Асия Баһауетдинова етәкселегендә преподавателдәрҙең «Перезвоны» инструменталь ансамбле асты. Ансамбль составына ингән сәнғәт мәктәбе преподавателдәре Анатолий Тарасов, Дауыт Баязитов, Ләйсән Халиҡова, Тамара Кәримова, Тамара Йосоповаларҙың ижады юғары башҡарыу оҫталығы һәм репертуарҙың төрлөлөгө менән айырыла.

Был байрам көнөндә коллегаларына һәм уҡыусыларға Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаеванан йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр яңғыраны. Ул үтеп барған уҡыу йылы коллективҡа нимәһе менән әһәмиәтле булыуын, преподавателдәр һәм балаларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Ата-әсәләргә ихлас рәхмәт белдерҙе, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, Балалар сәнғәт мәктәбенең конкурс эштәрендә ярҙам иткән, балаларҙы шәхси транспортында конкурстарға йөрөткәндәрҙең барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Концертта башҡорт композиторҙарының бихисап әҫәрҙәре яңғыраны. Ошо сағыу байрамға килеүселәр ғәжәйеп моң һәм бейеү, үҙенсәлекле сәнғәт донъяһына сумды. Сәхнәнән классик һәм заманса авторҙар әҫәрҙәре яңғыраны. Йәш, әммә ярайһы уҡ талантлы музыканттарҙың, Балалар сәнғәт мәктәбе преподавателдәренең концерты төрлөлөгө, башҡарыу оҫталығы менән тәьҫирләндерҙе. Нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла тулҡынланды, балаларҙың музыка ҡоралдарында нисек тырышып уйнағанын, сәхнә артында преподавателдәрҙең, ә тамаша залында - ата-әсәләрҙең уларҙы нисек хуплауын күрһәгеҙ икән.

Һис шикһеҙ, отчет концерты - был тамашалы номерҙар ғына түгел, мәктәп уҡыусыларына лайыҡлы наградаларын тапшырыу ҙа. Тантаналы шарттарҙа Гөлдәр Моталип ҡыҙы «Йәш музыкант» мәктәп конкурстарында һәм музыка-теория дисциплиналарында еңеүселәргә Дипломдар тапшырҙы.

Сарала ҡурайсыларҙың «Юрматы» һәм «Моң шишмә» инструменталь ансамблдәре, «Ынйыҡай» фольклор коллективы, скрипкасылар, думбырасылар, гитарасылар, халыҡ инструменттары дуэттары ҡатнашты. «Родники» хорында сығыш яһаусыларҙың яңғырауыҡлы, саф тауыштары тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.

Концертта Тимур Тайғонов, Ирәндек Дәүләтйәров, Азалия Шафиҡова, Рания Ғәлиева, Азалия Дәүләтшиналар башҡарыуында халыҡ, эстрада, академик йырҙар яңғыраны.

«Стәрлекәй» хореография коллективы дәртле башҡорт, грек, ә «Росинки» коллективы - эстрада, заманса, татар бейеүҙәрен башҡарҙы.

Аделина Вәлиуллина, Анита Арыҫланова, Айлина Фазыловалар фортепианола уйнаны.

Әлмир Ғәфиәтуллин аккордеонда, Лия Хәлиуллина скрипкала, Рөстәм Ибраһимов - синтезаторҙа, Камил Ғәлиев - баянда уйнап ишеттерҙе. Преподавателдәрҙең «Надежда» вокаль ансамбле, вокалсылар Людмила Давыдова, Ләйсән Халиҡова, Асия Баһауетдинова, Тамара Кәримоваларҙың сығыштары тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Коллектив лайыҡлы рәүештә «халыҡ» исемен йөрөтә.

Маргарита Сәлихова етәкселегендә «Карамельки» вокаль ансамбле сығышы концерт программаһының сағыу финал нөктәһе һәм биҙәге булды.

Концертта Балалар сәнғәт мәктәбе коллективының оҫталығын, профессионализмын һәм белемен, уларҙың талантлы уҡыусыларының һәләтен тағы бер тапҡыр раҫланы. Яңы уҡыу йылы балалар сәнғәт мәктәбен яңы наградалар һәм еңеүҙәр көтөр, ә йәш музыканттар, бейеүселәр һәм рәссамдар барыһын да ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөр, ҙур сәхнәлә ихлас күңелдән тәүге аҙымдарын яһар тип ышанабыҙ.

Ғәжәйеп һәм мауыҡтырғыс сәнғәт донъяһы беҙҙең мәктәптә белем алыусыларҙы тағы байтаҡ йылдар тулҡынландырыр тип ышанабыҙ. Ағымдағы отчет концерты балалар һәм өлкәндәрҙең тормошонда Балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлегенең әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күрһәтте. Сөнки сәнғәт кешене күркәмерәк, изгелеклерәк, миһырбанлыраҡ итә. Баланың ниндәй шөғөл төрөн һайлауы мөһим түгел, иң мөһиме, сәнғәттең бөйөк көсө киләсәктә уға беҙҙең донъяны тағы ла матурыраҡ һәм күркәмерәк итергә ярҙам итһен.


Читайте нас: