Автоуҙышта ҡатнашыусы Башҡорт дәүләт аграр университеты преподавателдәре М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Артабан локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән бергәләп Советтар Союзы Геройҙары А.Ш.Әхмәтов һәм С.Х.Хәсәновтарҙың бюстына веноктар һәм сәскәләр һалғас, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә республиканың төп аграр юғары уҡыу йорто преподавателдәре өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Башҡорт дәүләт университеты ректоры советнигы, профессор, техник фәндәр докторы, яҡташыбыҙ М.Н.Фәрхшатов уҡыусыларға аграр университет, уҡырға ингәндә һәм белем алғанда талаптар, студенттар өсөн перспективалар тураһында һөйләне.
Ә район Мәҙәниәт йортоноң спорт залында аграр университет командаһын волейбол һөйөүселәр: ветерандар һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре (волейбол буйынса республика ярыштары призерҙары) командалары көттө. Дуҫтарса уйын ҡыҙыҡлы үтте һәм барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.