Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май 2019, 11:50

Хеҙмәттәшебеҙ иҫтәлегенә

Бөгөн, 7 майҙа, хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, талантлы журналист, «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите редакцияһы ветераны һәм һәйбәт кеше Ҡотлошин Мөҙәрис Дәүләтша улының йөрәге тибеүҙән туҡтауға 40 көн була.

Уның менән эшләүе бик еңел булды. Республиканың район һәм Магадан өлкәһендәге ҡала гәзиттәрендә ғәйәт ҙур эш тәжрибәһе туплап, ул гәзит уҡыусыларға аңлайышлы телдә хеҙмәт кешеләре, коллективтар, тәнҡит мәҡәләләрҙе еңел, оҫта яҙа ине. Көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы темаларҙы тормоштан ала торғайны. Бик тыйнаҡ, изге күңелле, яуаплы, ғәҙел, һәр ваҡыт юморға бай Мөҙәрис Дәүләтша улы дөрөҫлөктө, кемделер яҡларға кәрәкһә принципиаль була ине.

Ниндәй ҙә хәл-шарттарҙа кәрәкле һүҙҙәр, дөрөҫ ҡарарҙар таба белгәне, ҡыҙыҡ-мәҙәктәр, мәрәкәле хикәйәләрҙе оҫта һөйләп, кешеләрҙең күңелен күтәрә белгәне өсөн коллективта ихтирам һәм абруй ҡаҙанды. Уның менән ниндәй ҙә темаға һөйләшеп, аҡыллы кәңәштәр һәм ярҙам алып була ине. Ә тағы ла ул һәйбәт ғаилә башлығы - һөйөклө һәм яратҡан тормош иптәше, атай, олатай булды. Оҙаҡ йылдар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы һәм тирә-яҡтағыларҙы ла шуға өндәй ине. Осрашҡан ваҡыттарҙа коллегаларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып, шаяртып та ала торғайны. Бына шундай һәр ваҡыт йылмайып, күҙҙәренән осҡон сәсеп торған, изге күңелле кеше булараҡ хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ ул.

«Стәрлебаш шишмәләре» район

гәзите коллективы.
Читайте нас: