Ҡарт олатайым 1926 йылда Стәрлебаш районы Буҙат ауылында тыуа. Алтынсы класты тамамлағандан һуң, ул «Аҡ түбә» колхозы баҫыуҙарында тракторсы Әхмәт Абайҙуллиндың ярҙамсыһы булып эшләй. 1943 йылда, ул армияға алынғанда, ҡан ҡойғос һуғыштың икенсе йылы бара. Бик күп ғаиләләр юғалтыу хәсрәтен кисереп өлгөрә. Фронтта һәләк булған ирҙәре, атай, ағайҙары тураһында ҡара хәбәр уларҙың ишектәрен ҡаға.
Совет ғәскәрҙәре, дошманды туҡтатып, тотош фронт буйынса һөжүм итә башлай. Дошман баҫып алған бик күп райондар азат ителә. Ғариф һәм уның тиңдәштәренә һуғыш оҙаҡламай, бер йыл да үтмәй, тамамланыр кеүек тойола. Әммә ул бик оҙаҡҡа һуҙыла.
Ҡарт олатайымды кесе командирҙар әҙерләй торған Өфө полк мәктәбенә ебәрәләр, әммә уға уҡыуын тамамларға тура килмәй. Ефрейтор званиеһы биреп, уны башҡалар менән фронтҡа ебәрәләр. Был Белоруссия фронты ғәскәрҙәренең көнбайыш йүнәлешендәге райондарҙы һәм Польшаны азат итеү операцияһы башланыр алдынан була. Ғарифты пулемет расчетының беренсе һаны итеп тәғәйенләйҙәр. Ул полк мәктәбендә һәйбәт уҡый, шуға ла һуғыш мәлендә уның расчеты юғары һөҙөмтә күрһәтә. Оҙаҡламай ҡарт олатайыма кесе сержант званиеһы биреп, расчет командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Пулеметсылар Ғәббәсовтың етәкселегендә ҡыйыу һуғыша һәм бер нисә тапҡыр фронтҡа командалыҡ иткән маршал Рокоссовский, ә һуңынан Жуковтың Рәхмәт хатына лайыҡ була. Тыуған сиктәр артта ҡала, әммә дошман шундай уҡ мәкерле һәм ҡанһыҙ. Уның ҡоллоғона эләккән илдәрҙе азат итергә кәрәк була. Бына Польшаның баш ҡалаһы - Варшава. Уны азат иткәндә Ғариф яралана, әммә тылға ебәреүҙәренән баш тартып, сафта ҡала. 1945 йылдың яҙында, ҡарт олатайымдың һүҙҙәре буйынса, Берлин йүнәлешендә һуғыштар ҡыҙа. «Беҙҙекеләр йылға аша сығып, ҡаршы ярҙа ҙур булмаған плацдармды алды, - тип һөйләй ине ул. - Уларҙы ашығыс рәүештә киңәйтеп, алға барырға кәрәк. Расчет алдында йәйәүле ғәскәрҙәргә юл тәьмин итергә тигән яуаплы бурыс ҡуйылды. Беҙ беренсе траншеяларҙа дошманды юҡ иттек. Фашистар ете тапҡыр контратакаға ташланды, әммә барыһы ла улар өсөн уңышһыҙ тамамланды».
Юғалтыуҙар бик күп булды. Күптәргә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотош ил хыялланған ваҡиға - Берлин өсөн һуғышты күрергә насип булмай. «Миңә Берлин эргәһендә иҫтәлекле төнгө алышта ҡатнашыу бәхете тейҙе, унда тәүге тапҡыр Жуковтың бойороғо буйынса йөҙҙәрсә ҡеүәтле прожектор ҡулланылды, - тип хәтерләй ине ҡарт олатайым. - Шул саҡ беҙ уларға ысын тамуҡ яһаныҡ!». Әммә ҡарт олатайым Берлинға аяҡ баҫа алмай. Ҡаланан алыҫ булмаған һаҙлыҡлы урында алыштар барғанда, уның подразделениеһы сигенергә мәжбүр була. Ҡуйы ҡамыштар араһынан дошман килеп сыға. Автоматсыларҙың дәһшәтле уты аҫтында беҙҙең һалдаттарҙың сафы һирәгәйә. Иң һуңынан, расчеттан ҡарт олатайым бер үҙе тороп ҡала. Һаҙлыҡта ул яңғыҙы фашистарҙы пуля менән яуҙыра. Алға барырға тигән бойороҡ ала, әммә бара алмай. Ҡыҙыу һуғышта аяғына пуля үтеп ингәнен һәм итеге ҡан менән тулғанын һиҙмәй... Әммә ҡарт олатайым хаҡлы рәүештә Берлинды яулаусыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Уның күкрәген, башҡа наградалар менән бер рәттән, «Берлинды алған өсөн» миҙалы ла биҙәй.
... Тыуған иленә Еңеү яулап ҡайтҡан фронтсылар тәүге көндән үк эшкә кешерә. Колхоз етәкселеге ҡарт олатайымды сусҡа фермаһы мөдире итеп тәғәйенләй. Элекке һалдат хәҙер иһә хеҙмәт фронтында тырышып эшләй. Коммунист Ғәббәсов ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт яҡындары, туғандары, дуҫтары өсөн үрнәк була. 1991 йылда яҡты донъя менән хушлаша. Мин ҡарт олатайым менән ғорурланам. Минеңсә, тап уның ғүмере XXI быуатта ла күп үҫмерҙәр өсөн үрнәк булырға лайыҡлы.
Таһир ХӨСӘЙЕНОВ, Стәрлебаш тармаҡ-ара колледжының 1-се курс уҡыусыһы. Фото автор тарафынан бирелде.