Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Апрель 2019, 10:58

«Айрис фолдинг» техникаһы

балаларҙың ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итәЯбай һәм ҡайһы саҡ күңелһеҙ уҡытыу баланың үҫешен тәьмин итмәй. Шуға күрә бөгөн һәр баланың фәһемле мөмкинлектәрен асыҡлау һәм уны тормошҡа ашырырға булышлыҡ итеүсе яңы уҡытыу ысулдарын табыу көнүҙәк булып тора. Көндәлек тормошта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың теге йәки был күҙаллауын нығытыу сараларының береһе сифатында мин «айрис фолдинг» техникаһын ҡулланам.

Уны «йәйғор кеүек һалыу» тип тәржемә итергә мөмкин, йәғни контур буйынса ҡырҡылған картинаны төрлө төҫтәге һыҙыҡтар менән тулыландырыу, улар билдәле мөйөштә бер-береһенең өҫтөнә һалына һәм ҡыҙыҡлы спираль, йәйғор төҫтәре кеүек эффект булдыра. «Айрис фолдинг» техникаһы открыткалар, рамкалар, панно эшләгәндә ҡулланыла.

Был техника ябай, уға өлкәндәр ҙә, мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа өйрәнә ала. Ул балаларҙың эшмәкәрлегенә билдәле яңылыҡ индерә, уны ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысыраҡ яһай, теләгән һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итә.

«Айрис фолдинг» иғтибарҙы, күҙәтеүсәнлекте, фекерләү һәләтен үҫтерә, эшһөйәрлек, йыйнаҡлыҡ, үҙаллылыҡ, түҙемлелек тәрбиәләй, математика күҙаллауын үҫтерә һәм нығыта. Балаларға был техника бик оҡшай һәм улар рәхәтләнеп шөғөлләнә.

Инга ТУҠТАРОВА,

4 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.


Читайте нас: