Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Апрель 2019, 10:49

Ҡара ҡайғыбыҙ һин, Чернобыль...

26 апрелдә кешелек донъяһы радиация һәләкәтендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алды. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Радиоактив зарарланыу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә тарала. Шуға күрә лә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Улар араһында 30 стәрлебашлы ла ҡатнаша. Был көндө районда ошо һәләкәт эҙемтәһендә ваҡытһыҙ вафат булғандарҙы иҫкә алдылар.

- Тәүге тапҡыр 1957 йылда Силәбе өлкәһенең «Маяҡ» химия комбинаты заводында радиоактив ҡалдыҡтар һаҡлағыс шартланы, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, Чернобыль атом электр станцияһы һәләкәтенең 33 йыллығына бағышланған сараны асып. - Беҙҙең райондан алты кеше уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Ә 1986 йылда Чернобылдә XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте булды. Бөгөн районда шул аварияны бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 18 кеше, айырыуса хәүеф подразделениеларының алты ветераны, һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың 15 тол ҡатыны йәшәй. Беҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, байтаҡ радиация дозаһы алған, иң хәүефле участкаларҙа эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ, һәләк булғандарҙың туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Йыйылыусылар алдында шулай уҡ Миәкә һәм Стәрлебаш райондары хәрби комиссариатының өлкән ярҙамсыһы Шахрух Оморҙаҡов, айырыуса хәүеф подразделениеһы ветераны Райнур Ғәббәсов, БР «Чернобыль» Союзы район ойошмаһы рәйесе Рәфис Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Рәфис Мәлих улы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға медицина ярҙамын намыҫлы күрһәткән өсөн үҙәк район дауаханаһы табибы Фәнис Рысаевҡа, чернобылселәр һәм айырыуса хәүеф подразделениеһы ветерандарының тормошон яҡтыртыуҙа күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите редакцияһына, 70 йәшлек юбилейы айҡанлы Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөүҙә ҡатнашыусы Альберт Мөхәмәтйәровҡа ойошма исеменән Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ул шулай уҡ чернобылселәр һәйкәленә ремонт яһауҙы ойошторғаны өсөн Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисовҡа һәм ремонт яһаған Айҙар Әхмәтшинға ҙур рәхмәт белдерҙе. Сығышы аҙағында иптәштәрен ваҡытһыҙ вафат булған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Мансур Ғибаҙуллин, Мәжит Таймаҫов, Клим Ҡорбанов, Марс Искәндәров, Ринат Ғарипов, Мөнир Кәримов һәм Мөҙәрис Мөштәриевтарҙың ҡәберлектәренә барып, уларҙы тәртипкә килтерергә саҡырҙы.

Сарала Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм айырыуса хәүеф подразделениеларында хеҙмәт итеүселәрҙең һәйкәленә ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалынды, йыйылыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды, ирекмәндәр ошо ҡайғылы көнгә бағышланған шиғырҙар уҡыны.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: