Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2019, 10:47

Ҙур форумда ҡатнаштылар

10-12 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашлығында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. Баш ҡаланың Конгресс-холында республиканың Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһы, дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған телдә уҡытыу менән шөғөлләнгән ойошмалар директорҙары, туған телде, йәмәғәтселекте өйрәткән хакимиәттәр, юғары уҡыу йорттарынан 700ҙән ашыу делегат йыйылды.

Тәүҙә улар алдында Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин сығыш яһаны.Артабан делегаттар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң 20-се гимназияһына, 136-сы башҡорт лицейына һәм 158-се М.Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһына һәм Р.Ғарипов исемендәге гимназияға таралышты.

Белем биреү усаҡтарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары мастер - кластар һәм асыҡ дәрестәр күрһәтте. Форсайт - сессияларҙа туған телдәрҙе уҡытыуҙың актуаль проблемаларын, уларҙы хәл итеү хаҡында әңгәмәләр ҡорҙолар.

12 апрель көндө ете майҙансыҡҡа бүленеп, түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды: «Родной язык в многонациональной палитре России: настоящее и будущее», «Башкирский язык, как государственный язык Республики Башкортостан: опыт и новации», «Роль семьи в сохранении и развитии родного языка и национальных традиций» һ.б.

Иң мөһиме был сарала Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнашты һәм уның тәҡдимдәрен делегаттар йылы ҡабул итте. Ул үҙ сығышын башҡорт телендә башҡарыуы был сараға тағы ла өмөт өҫтәне, уҡытыусыларҙы телебеҙҙе уҡытыуға, өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы һораны. Шулай уҡ съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына яңы тәҡдимдәр индерерҙе.

- Тағы бер 20-30 йылдан һуң халҡыбыҙ нисек, ниндәй хәлдә буласаҡ, шуны күҙалларға тырышасаҡбыҙ. Был эштән башҡорт теле уҡытыусылары ла ситтә ҡалмаҫ, үҙҙәренең тос фекерен еткерер тип уйлайбыҙ»- тигән телмәрен халыҡ йылы ҡабул итте.

Беҙҙең райондан З.Биишева исемендәге премия лауреаты, Халыҡ уҡытыусыһы Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова, башҡорт теле уҡытыусылары Римма Миңлеғәли ҡыҙы Маҡашева һәм ошо юлдар авторына әлеге ҙур сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.


Читайте нас: