Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель 2019, 10:51

Тик алға! Бейергә! Туҡтамаҫҡа!

Йыл һайын 29 апрелдә тотош донъяла Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнә. Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән. Менделеев, Эйнштейн, Галилей фәнни асыштар асҡан кеүек, Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө бейеү сәнғәтенең нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята. Ошо байрамдың төп идеяһы - сәнғәттең берҙәм формаһы булараҡ бейеүҙең бөтә йүнәлештәрен берләштереү, ә Бейеү көнө - уға хөрмәт күрһәтеү өсөн сәбәп, тағы ла - бейеү ярҙамында барлыҡ сәйәси, мәҙәни һәм этник сиктәрҙе еңеү, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡына кешеләрҙе берләштереү, уларға бер телдә - бейеү телендә һөйләшергә мөмкинлек биреү ул.

Балалар сәнғәт мәктәбе преподавателе Татьяна Медведева етәкселегендә «Росинки» хореография төркөмө 2007 йылда булдырыла. Унда кесе, урта һәм өлкән төркөмдәргә 40тан ашыу уҡыусы йөрөй. Төркөмдөң исемен етәксе үҙе уйлап таба.

Коллектив халыҡ, шулай уҡ заманса бейеүҙәр башҡара, районда үткәрелгән бик күп сараларҙа һәм концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Бейеү коллективтары төрлө конкурстарҙа, халыҡ һәм эстрада бейеүҙәренең хореография фестивалдәрендә даими ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Улар Күмертау ҡалаһында балалар хореография ансамблдәре фестиваль-конкурсында дипломант була. Шулай уҡ уҙған йылда юниорҙар төркөмө заманса бейеү менән беренсе дәрәжә лауреат, ә ошо көндәрҙә ансамблдең ҡатнаш төркөмө - Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән «Мин бейейем» республика хореография конкурсында икенсе дәрәжә лауреат булды.

Айгизә Ҡаҙаҡбаева, Маргарита Мөхәмәтова һәм Карина Мөхәмәтйәроваларҙан торған «Росинки» триоһын билдәләп үтке килә. Улар уҙған йылда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында беренсе асыҡ район-ара бейеү конкурсында өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Ағымдағы йылда «Таланттар йондоҙлоғо» халыҡ-ара сәнғәт видеоконкурсында беренсе дәрәжә дипломанттары булды. Еңеү көнө, Һабантуй кеүек йыл һайын үткәрелгән байрамдар, саралар, концерттар ошо бейеү коллективының ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

- Сығыш яһаған ваҡытта төрлө хәлдәр була. Бер ваҡыт концерт башланыр алдынан ямғыр яуған мәлдә репетиция яһап, бөтәбеҙ ҙә еүешләндек. Сығышыбыҙ башланғансы кейемдәрҙе фен менән киптерергә тура килде. Минең уҡыусыларымды ауырлыҡтар ҡурҡытмай, улар хатта еңел булмаған шарттарҙа һәм ниндәй ҙә майҙансыҡтарҙа сығыш яһарға риза. Беҙ, ысынлап та, ҙур ғаиләгә әүерелдек, барлыҡ уңыштар һәм проблемаларҙы бергәләп кисерәбеҙ - был беҙҙең өсөн иң мөһим ҡаҙаныштыр, моғайын. Ике йыл элек, коллективыбыҙҙың ун йыллығы хөрмәтенә концерт ҡуйғайныҡ, ағымдағы йылдың майында ла ошондай уҡ сара үткәрергә планлаштырабыҙ, - тип уртаҡлашты пландары менән Татьяна Викторовна.

Коллективтағы ныҡлы дуҫлыҡ һәм берҙәмлеккә ҡарамаҫтан, хореография коллективы бейергә теләгән һәр кем өсөн асыҡ. Берҙән-бер талап - занятиеларға даими йөрөү, быға бик етди ҡарайҙар. Сөнки коллективтың уңышлы сығышы һәр кемгә бәйле булыуын улар яҡшы аңлай.

Бейеү коллективы үҫешә, тәжрибә туплай, үҙен төрлө йүнәлештәрҙә - эстрадала, заманса һәм халыҡ хореографияһында һынап ҡарай. Фекерләй. Яңылыҡ эҙләй. Конкурстарҙа ҡатнаша, тамашасыларҙы һөйөндөрөргә тырыша. Төркөм етәксеһе Татьяна Медведева төркөмгә эләгергә теләүселәрҙе һайлап алырға мәжбүр, әммә ул, әлбиттә, күптәрҙе хореография донъяһына ылыҡтырырға, унда бергәләп өйрәнергә, буй-һының өҫтөндә эшләргә, яңы идеялар эҙләргә, борсоған проблемаларҙы хәл итергә, үҙ-үҙеңде күрһәтергә, тамашасыла матурлыҡҡа һәм изгелеккә һөйөү тәрбиәләргә теләй... Бер һүҙ менән әйткәндә, тик алға барырға... Һәм бейергә! Туҡтамаҫҡа.
Читайте нас: