Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2019, 10:38

Кемдер сәсә, ә кемдер уңыш йыя

Апрель айында урыны-урыны менән ҡар ятҡанда, яҙғы ҡояш яҡты нурҙары менән шатландырмаһа ла, Кәримовтар рәхәтләнеп үҙҙәре үҫтергән ҡыярҙы ашай ҙа ине. Һарайҫа ауылынан ошо егәрле ғаилә менән беҙ уҙған яҙ танышҡайныҡ, улар тураһында шул ваҡытта гәзиттә ентекле яҙып сығарғайныҡ. Күптән түгел, йәнә уларҙа ҡунаҡта булдыҡ.

Фермер хужалығында тотош ғаилә: Гөлсирә һәм Рәхим Кәримовтар, уларҙың улдары Илгиз һәм Илдус, килендәре, туғандары эшләй һәм хатта кескәй генә Әлиә лә - «ҡыяр батшалығында» йыш ҡунаҡ. Уҙған йылда тырышып эшләп, һәйбәт уңыш йыйғандар. Яңы миҙгелде ҙур теләк менән башлағандар. Февраль айы аҙағында пленка һәм быяла теплицаларҙа үҫтереү өсөн махсус СВ-4097, «Спино» сорттарының биш мең ҡыяр орлоғо ултыртҡандар. Апрель айы уртаһында уңыш өлгөрә башлаған. Был ғаилә тағы бер шатлыҡлы яңылыҡтары менән уртаҡлашты: яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам буйынса дәүләт программаһында ҡатнашып, уҙған йыл аҙағында улар 1 млн. 300 мең һум күләмендә грант алған.

- Дәүләт яғынан шундай иғтибар булғанда эшләге килеп тора, яңы пландар ҙа барлыҡҡа килә, - тиҙәр Кәримовтар.

Грант ярҙамында улар «Уралец» мини-тракторын һатып алғандар, был теплица бизнесы менән шөғөлләнгән һәр кемдең хыялы.

- Ерҙе элек мотоблок менән һөрә инек. Уны эшкәртер өсөн күп көс һәм ваҡыт талап ителә ине, хәҙер барыһы ла еңел һәм һөҙөмтәле - тоҡандырҙың һәм һөрҙөң, - тип һөйөнөп бөтә алмай фермерҙар үҙҙәренең яңы тимер ярҙамсыһына. - Ул хәҙер беҙҙең өсөн ғаилә ағзаһы кеүек.

Алынған дәүләт ярҙамы тағы бер уйҙарын тормошҡа ашырырға - теплица майҙанын тағы биш сутыйға арттырырға мөмкинлек бирә. Бөгөн ул 22 сутый тәшкил итә. Ҡышын бөтәһе лә бергәләп уны киңәйтеү менән шөғөлләнә. Бағаналар ултыртып, каркас эшләп ҡуялар. Теплицаны полиэтилен пленка менән көпләйҙәр - барлығы 15 рулон китә (һәр ҡайһыһында 150шәр метр).

Хәҙер бында һутлы һәм тәмле ҡыярҙар өлгөрә! Әле миҙгелдең иң ҡыҙған мәле. Һорау бар. Тирә-яҡ ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан заказдар килеп тора. Үҫтергән продукцияны һатыу менән, нигеҙҙә, Илгиз һәм Рәхим Миңлеғәли улы шөғөлләнә.

Теплица бизнесы, башҡа бизнес кеүек үк, хәүефле эш. Бының менән Кәримовтар тулыһынса килешә:

- Хәүеф, һис шикһеҙ, бар. Әммә хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү, ә беҙҙең осраҡта уны тәмләп ҡарау шул тиклем рәхәт һәм һөйөнөслө.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Илгиз Кәримов Әлиә ҡыҙы менән

Яңы трактор - иң шәп ярҙамсы!

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: