Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2019, 10:41

Үҙешмәкәр артистар тамашалы уйын күрһәтте

Уҙған шаршамбы район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Театр йылы даирәһендә «Эстәрле» татар халыҡ театры тарафынан ҡуйылған «Ҡыҙ урлау» комедияһын (М.Кәрим әҫәре буйынса) тамашасылар йылы ҡабул итте.

Спектакль нимә тураһында? Ике башҡорт ауылы халҡы Һабантуй халыҡ байрамына әҙерләнә, уның мәлендә көс-мәргәнлек, етеҙлеккә ярышыу ғына түгел, ғашиҡтар осрашыуы, ә ҡайһы саҡ, хатта... ҡыҙ урлау ҙа була. Бында ла Йәмилә исемле һылыуҡайға сикһеҙ ғашиҡ булған ауыл егеттәренең береһе дуҫтары менән уны урларға маташа. Әммә уның урынына яңылыш Уңғанбикә исемле инәйҙе урлайҙар. Был асыҡланғас, персонаждар араһында мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау башлана. Урындағы актерҙар ролдәрен шул тиклем оҫта башҡара, улар геройҙарҙың изгелеген, уларҙың ниндәй ҙә хәл-шарттарға юмор менән ҡарай, тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы еңә белеүҙәрен күрһәтте. Комедияның финалы - бәхетле, һәр кем бәхетен һәм мөхәббәтен таба, ә ике ауыл халҡы дуҫлыҡ бәйләнештәрен тағы ла нығыта.

Спектаклдә ҙур ижади коллектив йыйылған. Улар араһында тәжрибәле актерҙар: Наил Заһиҙуллин, Таһир Баҙарбаев, Венера Латипова, Роза Рәхмәтуллина, Рафаил Йосопов, Гөлйөҙөм Сәйепова, Венера Ғәлиәкбәрова, Зөлфиә Вапаева, Азамат Ғәбиҙуллин, Марат Мөхәмәтйәров, Гөлфизә Хәйруллина, Рөстәм Ғәлиев, Рузанна Камалова, шулай уҡ тәүге тапҡыр спектаклдә уйнауҙарына ҡарамаҫтан, ролдәрен оҫта башҡарыусы актерҙар - Наил Зарипов, Фәнил Дияров, Сулпан Биргулиева, Гүзәл Бикмурзина, Рөстәм Яруллин, Рәйлә Хәбибуллина, Лилиана Ғайсарова бар.

Режиссер Зөлфиә Ғиззетдинова төрлө йәштәге һөнәр эйәләрен йәнәшәһендә туплап, уларҙы дөйөм идея менән берләштереп, ижади команда төҙөй алған. Ул шул уҡ ваҡытта комедияға Йәмлегөл исемле яңы персонаж индереп, спектаклдәге ваҡиғаларҙы Театр йылы, Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Мостай Кәрим менән берләштергән.

Тамашасылар баһаһына ҡарағанда, комедия уларға бик оҡшаған. Финал айырыуса тамашалы булды. Һәм улар алҡыштарын йәлләмәне, ә комедия аҙағында баҫып ҡул сапты.

Спектакль тамамланғандан һуң район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова коллективты, уның режиссерын, тамашасыларҙы Театр йылы уңайынан ихлас ҡотланы. Үҙешмәкәр артистарға матур уйын өсөн рәхмәт белдерҙе. Театр йылы даирәһендә күрһәтеләсәк Стәрлетамаҡ районында ла тамашасыларҙың һөйөүен яулауҙарын теләне.

Рәйсә МУСИНА.

Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: