Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:14

Һәйбәт һауа торошона өмөт менән

«Заря» йәмғиәте механизаторҙары кисә генә урып-йыйыу эштәрен тамамлап, комбайндарын ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйғайны кеүек, әммә яңынан сәсеү миҙгеле килеп тә етте.

- Уның ниндәй булырын әйтә алмайым. Беҙгә иһә ошо осорҙа тырышып эшләргә кәрәк, - ти хужалыҡтың алдынғы хеҙмәтсәндәренең береһе Илдар Хөбөтдинов (һүрәттә).

Баҫыуҙарҙа ҡар иреп бөтөү менән, ауыл хеҙмәтсәндәре сәсеүгә әҙерлек эштәренә тотондо. Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай - ошо көндәрҙә дым ҡаплатыу алып барыла. Һәр минут ҡәҙерле, сөнки дымдың парға әйләнеүенә юл ҡуймай, оптималь агротехник сроктарҙа эштәрҙе башҡарып өлгөрөү бик мөһим.

И.Хөбөтдинов яҡын баҫыуҙарҙың береһендә эшләп йөрөй ине. Бынан Ибраҡай ауылы ус төбөндә кеүек күренеп тора. Үҙенең артынан ҡара эҙ ҡалдырып, сылбырлы трактор ер тырмата. Уға 21 метр киңлегендәге тырма агрегаты тағылған. Тырматҡандан һуң ер кәҫһеҙ, тигеҙ һәм йомшаҡ булып ҡала.

- Уҙған йыл көҙҙән ошо участканы ике тапҡыр дискылағанға шулай, - тип аңлатты «Заря» йәмғиәтенең баш агрономы Линир Хәлитов.

Икенсе баҫыуҙа Азат Яҡупов, Марс Ибраһимов, Инсаф Мөхәмәтйәновтар дым ҡаплатыу менән шөғөлләнә. Тырмалар тағылған Т-70С тракторҙарында улар шулай уҡ һәйбәт старт алған. Был компанияға бына-бына Йәдкәр Бикҡолов ҡушыласаҡ.

Хужалыҡта башҡа эштәр ҙә алып барыла. Ашлыҡ складтарында орлоҡ ағыулау менән шөғөлләнәләр. 15 апрелгә 100 тонна орлоҡ эшкәртелгән, был дөйөм күләмдең 20 процентын тәшкил итә. Райман Хәйбуллин һәм Рәмзил Усманов әлегә һоло орлоғон ағыулай, артабан арпаға күсәсәктәр. Уға айырыуса иғтибар, сөнки был культура йыш ҡына ауырыуға һәм төрлө ҡоротҡос бөжәктәр ябырылыуына дусар. Шуға күрә, орлоҡ ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртелә, шулай уҡ микроашламалар ҡушыла. Баҫыуҙарға эшкәртелгән орлоҡ ҡына сәсергә кәрәк, юғиһә уңышһыҙ ҡалырға мөмкин. Үҙҙәренең орлоҡтарына өҫтәп, көнбағыш гибридтарын һатып алғандар.

Ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған. Ҡабаттан сәсергә тура килмәйәсәк. Ошо көндәрҙә уны аммиак селитраһы менән туҡландырасаҡтар.

Хужалыҡ кадрҙар менән тәьмин ителгән. 30-40 км алыҫлыҡтағы ауылдарҙан килеп эшләүселәр ҙә бар.Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә тулыһынса тәьмин ителгәндәр.

Баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү ауыл хужалығы тауар етештереүселәренән ҙур финанс сығымдар талап итә һәм банк кредитынан тыш был эште атҡарып сығыу мөмкин түгел, тиерлек.

- Хәҙер иһә сәсеү эштәрен башҡарып, сәсеүлектәрҙе ваҡытында тәрбиәләп, һауа торошоноң һәйбәт тороуына өмөтләнергә генә ҡала. Әммә йыш ҡына йә ҡоролоҡ, йә яуым-төшөмдең күп булыуы менән ҡурҡыталар. Был аңлашыла - хәүефле игенселек зонаһында йәшәйбеҙ, тимәк, барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ҡайғырһаҡ та, борсолһаҡ та, тик яҡшыға ғына өмөтләнәбеҙ, - тиҙәр «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре.
Читайте нас: